-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2018, 12:25

Күңелдәрҙе күтәрҙе Нардуған


Фестиваль ике майҙансыҡта: Район мәҙәниәт һарайында һәм Сәйетбабала ойошторолдо (Красноусолда үткән сара хаҡында мәҡәлә гәзиттең киләһе һанында

донъя күрәсәк).

Сәйетбаба ауылында ойошторолған “Нардуған” йола байрамын асып, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев барлыҡ ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк фольклориада Сәйетбаба ауылын да мотлаҡ үҙ эсенә алырға тейеш, тигән теләген белдерҙе. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов та барыһына ла изге байрам теләктәрен еткерҙе.

Нардуған - ҡояш тыуған көн. Борон замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр, көндәр оҙая башлағас ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән, тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар. Ҡышҡы Нардуған декабрҙең 22-һендә башланып, бер аҙна дауам иткән. Борон-борондан килгән был байрамды һәр халыҡ үҙенсә билдәләгән.

Асыҡ һауала үткән был сарала райондың барса 16 ауыл биләмәһе лә әүҙем ҡатнашты. Уларҙан Сәйетбаба ауыл хакимиәте – башҡорт, Красноусол – рус, Яңғыҙҡайын, Үтәк – татар, Мораҡ, Буруновка сыуаш халыҡтарының милли үҙенсәлектәрен сағылдырған тирмәләр ҡорһа, башҡа ауыл биләмәләре милли аш-һыу, ҡул эштәре, Яңы йылға биҙәлгән ихаталар урынлаштырған. Барыһы ла ныҡлы әҙерләнеп килеп, һәр тирмә, ихата үҙенсәлекле булыуы менән үҙенә тартып тора ине. Иң күп халыҡ урман төбәгендәге Толпар, Ташбүкән, Ташлы ауыл биләмәләре ҡорған ихата янында булғандыр. Улар байрамға боҫрап торған былау, бишбармаҡ бешергәндәр.

Нардуған байрамының шундай сағыу, күңелле үтеүендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, ағинәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур булды. Байрамда бар халыҡ – өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты, уйнаны, усаҡ уратып йырлап-бейене, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, киләһе йылға изге теләктәр теләне.
Читайте нас: