7 ғинуар бөтә православие христиандары оло, яҡты һәм матур байрамдарҙың береһе – Христос Раштыуаһы – Ғайса пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итте. Раштыуа – кешеләрҙе изге эштәргә илһамландырған, халыҡтың берләшеүенә булышлыҡ иткән бөйөк байрамдарҙың береһе.
Барлыҡ Христиан донъяһының изге байрамын ошо дингә инаныусылар, табыныусылар менән бергә билдәләп үтер өсөн район халҡы ла әкиәт донъяһына хас итеп төҙөлгән Боҙ ҡаласыҡ янына, М.Ғафури исемендәге майҙанға йыйылды. Балалар тауышынан гөр килеп торған был ҡышҡы ҡаласыҡ тирә-йүнгә таралған ҡоймаҡ еҫе менән дә үҙенә тартып тора ине. Ә инде концерт тамашаһын алып барыусы Елена Рябова “Землячки” хоры ағзаларын сәхнәгә саҡырып, дәртле йырҙары менән байрам кисәһен асып ебәрҙе. Байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре әйтелгәндән һуң, күңелле йыр, бейеү тамашаһы дауам итте. Мораҡ, Родина ауылы сығыш яһаусыларының йыр бүләктәре лә күңелгә хуш килде. Байрамға йыйылыусылар төрлө уйындар уйнаны, шыршы уратып уйын ҡатыш йыр башҡарҙылар.
Төрлө конкурстар ҙа булып, унда Родина ауылынан Валентина Веретюк, Красноусолдан Ирина Мишина, Табындан Зоя Князева ҡатнашып, уларға байрам иҫтәлеге итеп Диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ Балалар ижады үҙәге коллективының төрлө костюмдарҙа байрамды йәмләп йөрөүе, ра-йон китапханаһы хеҙмәткәрҙәренең балалар менән уйындар ойоштороуы һәр кемдә байрам кәйефе тыуҙырҙы. Бағыусылар - шәхси эшҡыуар Н.Фомин предприятиеһы, Табын ауылының Изге Вознесение ғибәҙәтханаһы балаларҙы төрлө тәмлекәстәр менән йылы сәй эсереп һыйлап, байрам йолаһын үтәне, уларға рәхмәт һүҙҙәре күп яуҙы. Күмәк күңел асыу менән бергә алып барылған был байрам үҙ маҡсатына өлгәште, олоһо ла, кесеһе лә, айырыуса балалар был байрамдан кинәнес алып, шатланып таралышты.