+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2019, 13:16

"Барыһы ла һеҙҙең уңайлылыҡ өсөн"


Тәүге йылдарҙа Күп функциялы үҙәк тарафынан 182 хеҙмәт күрһәтелһә, әлеге ваҡытта муниципаль, республика һәм федераль әһәмиәттәге 289 хеҙмәт күрһәтелә. Тәүге осорҙа Күп функциялы үҙәккә йылына яҡынса 30 мең кеше мөрәжәғәт итһә, ошо өс йыл эсендә уларҙың һаны 52 мең кешегә етте.

2015 йылда бүлексә асылғанда документтар ҡабул итеү һәм биреү буйынса өс кенә тәҙрә эшләй ине. Килеүселәрҙе Анастасия Небогатова, Ольга Хлескина һәм Татьяна Кленова ҡабул итте. Күп функция-лы үҙәккә етәкселек итеүҙе Елена Ғәли ҡыҙы Хәкимоваға ышанып тапшырҙылар. Артабанғы контролде һәм дәүләт органдары менән эшләүҙе Гөлнара Фәнис ҡыҙы Кәлимуллина бойомға ашырҙы. 2015 йылда халыҡта ихтыяж артыу сәбәпле документтар ҡабул итеү һәм тапшырыу буйынса дүртенсе өҫтәл асылды һәм коллективҡа Зилиә Ринат ҡыҙы Мырҙаянова килеп ҡушылды.

2018 йылда халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте ҡыҫҡартылыу һәм уның бурыстары өлөшләтә МФЦ-ға бирелеү сәбәпле документтар ҡабул итеү-биреү буйынса йәнә 4 өҫтәл асылды. Документтар ҡабул итеүҙә белгестәр Ольга Хлескина, Екатерина Новикова, Надежда Ҡотошова, Вероника Денисова, Наталья Ковальская, Ильмира Михайлова, Зәлиә Зәйнетдинова, Анастасия Кулагина, Анастасия Небогатова һәм Лилиә Павлова эшләй. Район буйынса 7 ТОСП (территориаль айырымланған структур бүлексәләр) эшләй һәм уларҙа ҡабул итеүҙе Юлиә Ғәйнуллина менән Рәзимә Хәкимова бойомға ашыра.

Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк РДАУ-һы коллективының бөтә эше халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Уның хеҙмәттәренән күрше район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә файҙалана. Бүлексә өс йыл эшләү дәүерендә теләктәр һәм тәҡдимдәр кенәгәһендә 100-ҙән ашыу ыңғай фекер йыйылған. “Һеҙҙең контроль” сайты мәғлүмәттәре буйынса ла граждандар күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын юғары баһалай.

Бөтә хеҙмәттәр һәм консультациялар ҙа бушлай күрһәтелә, бары тик Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған ҡайһы бер осраҡтарҙа дәүләт пошлинаһы түләтелә. “Минең документтарым” үҙәгенең төп бурысы – физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә сифатлы, оператив һәм комплекслы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәтеү.

Иң популяр хеҙмәт төрҙәре булып күсмәй торған милек объекттарына милексе хоҡуғын теркәү һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу, паспорт биреү һәм алмаштырыу, биш йылға сит ил паспорты биреү, миграция иҫәбе, водитель таныҡлығын алмаштырыу, ИНН эшләтеү, шәхси предприятиены

һәм юридик берәмекте дәүләт теркәүе, хөкөм ителгәнлек булыуы (юҡлығы) тураһында белешмә биреү, халыҡҡа социаль ярҙам

республика үҙәге (социаль яҡлау йүнәлеше) хеҙмәттәре һ.б. тора. Күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең тулы теҙмәһе менән учреждениеның mfcrb.ru сайтында танышырға була.

2018 йылда капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк офисы ныҡлы үҙгәрҙе. Бина илдең барлыҡ төбәктәрендәге МФЦ-лар өсөн уртаҡ булған брендҡа яраҡлаштырылды. Граждандарҙы ресепшэнда итәғәтле ҡыҙҙар ҡаршы ала, улар кемгә ниндәй хеҙмәт кәрәген асыҡлап, ярҙам итә. Килеүселәрҙе ҡабул итеүсе 8 тәҙрә эшләй. Бүлексәлә уңайлы көтөп ултырыу зонаһы, балалар мөйөшө, бәҙрәф бар.

- Әлеге ваҡытта халыҡтың ауыр хәрәкәтләнеүсе төркөмө өсөн ҡулайлы мөхит йыһазландырабыҙ, дәүләт пошлиналары түләү өсөн терминал ҡуйырға планлаштыра-быҙ. Беҙ граждандарыбыҙҙың уңайлығы өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, килегеҙ, мөрәжәғәт итегеҙ, Красноусол ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һеҙгә ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер, - ти етәксе Е.Ғ.Хәкимова.
Читайте нас: