Яңғыҙҡайын ауылынан Ғәбдрәшит (Рәшит) Абдрахман улы Исламғолов Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылдың апрелендә алына. Иң аяуһыҙ, ҡанлы һуғыштың алғы һыҙығында була яугир. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы ғәрәсәт эсендә 2 йыл йөрөргә тура килә уға. 1944 йылда ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, ауыр контузия алған һалдат артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яҡтарына ҡайтарыла.
СССР Юғары Советы президиумының 1985 йылдың 11 мартындағы Указы нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Р.А.Исламғолов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнергә тейеш була. Әммә Мәскәүҙән ебәрелмәй тороп ҡала. Награда РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивынан былтыр йәй Өфө ҡалаһына оҙатылып, нисәмә йылдан һуң ғына, ниһайәт, үҙ хужаһын “эҙләп тапты”. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшит Абдрахман улы был бәхетле минуттарҙы үҙе күрә алманы, 1987 йылда мәрхүм була.
Яңы йыл алдынан Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Файруз Арыҫлан улы Ғимаҙиев район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән берлектә Ватан һуғышы орденын Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының Яңғыҙҡайында йәшәгән һөйөклө ҡатыны Нурия Сәғиҙулла ҡыҙына алып барып тапшырҙы. “Рәшит ағайҙың үҙе иҫән сағында ала алмай ҡалған наградаһы килеп сыҡты. Рөхсәт итегеҙ Һеҙгә ошо II дәрәжә Ватан һуғышы орденын тапшырырға. Был орденға Бөйөк Ватан һуғышында ҡулына ҡорал тотоп һуғышҡан ысын яугир-ветерандар ғына лайыҡ булып бүләкләнде. Әммә был матур көндө Рәшит ағай үҙе күрә алманы, йәне йәннәттә булһын. Был һеҙҙең ғаиләлә, ейәндәр, бүләрҙәр өсөн уның төҫө булып һаҡланырға, юғалмаҫҡа те-йеш”, тине Ф.Ғимаҙиев орден һәм уның таныҡлығын Исламғоловтар ғаиләһенә тапшырып.
- Рәшит үҙе иҫән сағында военкомат юлын әҙ тапаманы, йөрөүе ошо орден өсөн булған икән. Тейеш булһа, бирерҙәр ине, бушҡа йөрөмә, тип туҡтата инем үҙен, бына нисәмә йылдар үткәс, насип булғас, орден батырҙы үҙе эҙләп килеп тапты. Бик иртә вафат булып, үҙ ҡулдары менән ҡабул итеп ала алмауы үкенесле булһа ла, исмаһам, миңә уның орденын тотоп ҡарау бәхете тейҙе, - тине һөйөнөсө менән уртаҡлашып Нурия апай.
Ҡыҙы Рәшиҙә хәстәрлегендә улы Риф менән ғүмер иткән 93 йәшлек ил инәһенең, шулай уҡ балаларының шатлығының иге-сиге юҡ ине. Был изге ғәмәлдәре өсөн барыһына ла рәхмәтен белдереп, иҫәнлек-һаулыҡ, ил-көнгә тыныслыҡ, күҙ йәштәре түгелмәүен, һәр кем бәхетле йәшәүен теләне Нурия Исламғолова.
Ысынлап та, был иҫтәлекле көндә унынсы тиҫтәһен ваҡлаған Нурия Сәғиҙулла ҡыҙының нурлы йөҙөндә бәхет сатҡылары сағыла ине.