+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 19:01

Һайлаусылар наказын үтәп...

Ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан депутатыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов районыбыҙ граждандарын күсмә йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарғайны. Ошонда Сәйетбаба ауылы халҡы участка дауаханаһын капиталь ремонтлау һәм “Ашығыс ярҙам” автомашинаһы һатып алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.

Аҙна үтеүгә медицина учреждениеһының хәл-торошон урында өйрәнеү өсөн Рөстәм Рифат улы саҡырыуы буйынса был өлкәгә яуаплылар – БР һаулыҡ һаҡлау минис-тры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һәм уның урынбаҫары Рафаэль Яппаров Сәйетбабаға килде.

Юғары вазифа биләүселәр дауахананың ниндәй хәлдә булыуы менән яҡындан танышты, коллектив һәм пациенттар менән осрашып һөйләште һәм сәйетбабаларҙың мәсьәләһе хәл ителәсәк, һәр төрлө кимәлдәге ярҙам буласаҡ, тип вәғәҙәләнеләр.

Һәм вәғәҙәләрендә торҙолар, күп тә үтмәне, ниһайәт, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан был мәсьәлә хәл ителде. Сәйетбаба участка дауаханаһына Яңы йылға бүләккә - “Ашығыс ярҙам” автомашинаһы ҡайтарылды. Ә капиталь ремонт этаплап уҙғарыласаҡ, дөйөм эштәр күләме 7 миллион һум тирәһе тәшкил итәсәк.

Ғафуриҙар яҡташтары Р.Ишмөхәмәтовты депутат итеп һайлап яңылышмаған. Үҙ һайлаусыларының мөрәжәғәтен яуапһыҙ ҡалдырмаған Рөстәм Рифат улына “Афарин!” тиергә генә ҡала.


Читайте нас: