-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 18:43

Икенсе мультиплекс сафҡа инде

24 декабрҙә “Рәсәй телевизион һәм радио-тапшырыу селтәре” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостандағы филиалы белгестәре икенсе мультиплекстың һуңғы тапшырғыстарын тоташтырҙы. Һанлы телевизион селтәр тулы көсөнә эшләй башланы. Хәҙер һанлы каналдарҙы республикала йәшәүсе халыҡтың 95 проценты ҡарай ала.

2015 йылдан алып РТРС беҙҙең төбәктә 216 тапшырыусы объект төҙөгән. Һанлы технологиялар килгәнгә тиклем республикала йәшәүселәр 4 кенә каналды ҡарай ине.

2018 йылдан “Вести-Башкортостан” төбәк программаларын беренсе мультиплекстың “Россия-1”, “Россия 24”, “Радио России” каналдарында ҡарап була.

3 июндән төбәк тулыһынса һанлы технологияларға күсә – башҡа төрлө тапшырыуҙар һүндереләсәк. Мультиплекс составына инмәгән һәм төбәк телеканалдары аналог тапшырыуҙы дауам итәсәк.

Һанлы телеэфирҙың өҫтөнлөклө яҡтары – юғары сифатлы һүрәт һәм тауыш, күп каналдар ҡарау мөмкинлеге, ҡабул итеүсе ҡоролманың ҡулланыуға ябайлығы. Өҫтәүенә абонент хаҡы түләү ҙә кәрәкмәй. Заманса телевизорҙа һанлы телеканалдарҙы көйләргә лә түгел. Уға тик бүлмә йәки ДМВ диапазонындағы тышҡы антеннаны тоташтырырға ғына ҡала. Әгәр телевизор иҫке икән, уға һанлы приставка кәрәк буласаҡ.

Өҫтәлмә мәғлүмәтте СМОТРИЦИФРУ.РФ сайтында йәки 8800-220-20-02 бушлай “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып белергә мөмкин.
Читайте нас: