-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2019, 12:26

Ҡыш бабай саҡырҙы ҡунаҡҡа!

Ҡыш миҙгеле – бигерәк серле, мөғжизәләргә бай миҙгел! Быйыл «Ҡыш бабайға хат» тип исемләнгән Республика балалар проектында ҡатнашып, Ҡыш бабай мөғжизәһен үҙем дә татыным.

«Был проект Башҡортостан Республикаһындағы Ғаилә йылына һәм Рәсәйҙәге Ирекмән йылына арнала. Ҡыш бабайҙан бүләк һорап яҙылған хаттар ҡабул ителмәй, конкурста изге эштәр тураһында һөйләгән хаттар ғына ҡатнаша. Бының өсөн 2018 йылда башҡарған матур, яҡшы эштәрең тураһында һөйләү етә», – тип аңлатты миңә әсәйем, Жәлил Кейекбаев йорт-музейы директоры Римма Камил ҡыҙы.

Мәктәпкә уҡырға төшмәгән балалар ата-әсәләре менән бергәләп изге эштәр тураһында инша йәки әкиәт, яҡшы эштәре тураһында хат яҙырға тейеш ине. Шулай уҡ Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенән махсус талаптарҙы үтәргә, изге эштәр көндәлеге алып барырға кәрәк ине. Был шарттарҙы үтәү миңә һис кенә лә ауыр булманы.

Ҡыш бабайға яратҡан ғаиләм, «Ләйсән» балалар баҡсаһындағы «Тирмәкәй» төркөмөбөҙ, буш ваҡытымды үткәргән Жәлил Кейекбаев йорт-музейы тураһында, шәмбе өмәләрендә, төрлө флешмобтарҙа һәм акцияларҙа, мәҙәни сараларҙа һәм концерттарҙа ҡатнашыуым, үҙемдең еңеүҙәрем, асыштарым, эшләгән изге эштәрем, ҡыуаныс-шатлыҡтарым тураһында хат яҙып ебәрҙем.

Бөтә Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ебәрелгән хаттарҙың иң-иңдәрен һайлап алып, Ҡыш бабай баш ҡалабыҙ Өфөгә, байрам шыршыһына саҡырҙы. Иң-иңдәр араһында минең исем дә бар ине – ҡыуанысымдың сиге булманы!

Шыршы байрамы 6 ғинуарҙа Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Ундағы шыршы-ҡупшыҡай, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән бергә үткәрелгән бал-маскарад, төрлө конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр! Һүҙ менән генә әйтеп аңлатырлыҡ түгел! Балалар ҙа байрамға ныҡлы әҙерләнеп килгән – ҡар бөртөгө-йондоҙсоҡтан алып арыҫлан-юлбарыҫына тиклем булды.

Һуңынан Ҡала мәҙәниәт һарайының ҙур сәхнәһендә әкиәт күрһәтелде. Яңы йыл тантанаһында Ат, Аждаһа, Төлкө, Ҡуян, Эт, Ҡар бабай һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашты. Матур сараны Яуызбикә һәм уның ярҙамсылары боҙорға тырышты. Тик йыр-моң барыһын да берләштерҙе, татыулаштырҙы. Бәйгелә лә бергәләп башҡарған дуҫлыҡ йыры еңеп сыҡты. Шулай булмай ни, проекттың төп девизы бит – «Ҡыш бабай изгелек ҡылыусыларҙы ярата!»

Ҡыш бабай һәр балаға Рәхмәт хаты һәм бер ҡумта татлы күстәнәс тапшырҙы. Мин Ҡыш бабай менән, шулай уҡ Яңы йыл шыршыһын ойоштороусы – Өфө ҡалаһының «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» Социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Юрьевна Панчихина менән иҫтәлеккә фотоға төштөм.

Был бәхетле осраҡты һәм тылсымлы байрамды мин бер ҡасан да онотмам!

Розалия ИШМЫРҘИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Читайте нас: