+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2019, 14:30

Өй туйлау шатлығын кисерҙеләр

Районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар байтаҡ ҡына. Мохтажлыҡ кисереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү бу-йынса төрлө программалар эшләй. Шулар араһында БР Ауыл хужалығы министрлығы йүнәлешендәге “БР-ҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “2020 йылғаса БР ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” подпрограммаһы отошлоһо булып тора.

Был программа ярҙамы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүсе һәр кем файҙалана ала. Бының өсөн ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәптә торорға, ер участкаһы һәм йорт төҙөүгә рөхсәте булып, төҙөлөшө өлөшләтә башланырға, ғаилә ағзаһының береһе ауыл хужалығында йәки социаль өлкәлә эшләргә, йәш белгес булырға тейеш. Уға ярашлы, йорт төҙөлөшөн тамамлауға йәки торлаҡ һатып алыуға субсидия юллап алыу мөмкинлеге бар. Бөгөнгө көндә ра-йон хакимиәтенең Торлаҡ комиссияһында ғәмәлдәге дәүләт программаһы бу-йынса 31 ғаилә, 119 кеше сиратта тора.

Красноусолда йәшәүсе Луиза һәм Рәмзил Хөсәйеновтар, Светлана менән Игорь Әйүповтар ғаиләһе тап ошо программа ярҙамы менән йорттарын һалып бөтөп, былтыр өй туйлаған.

М.Ғафури урамының өр-яңы, тыштан да, эске яҡтан күркәм, мансарда этажлы, подваллы (137 кв.м.) 7-се йортонда йәшәүсе Светлана һәм Игорь Әйүповтар район хакимиәтенең Торлаҡ комиссияһында йәшәү шартын яҡшыртыусылар иҫәбендә 4 йыл торғандан һуң, ниһайәт, йорттарын һалып сыҡҡандар. Үҙ көстәре менән шлакоблоктан төҙөй башлаған йорттарын һалып бөтөүгә һәм эске эштәрен теүәлләүгә 1 миллион 260 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алғандар. Йортта ҡалалағыса барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, эсе-тышы заманса материалдар менән эшләнгән, хатта аҫҡы ҡаттың иҙәне лә йылытылған. Хужабикә Светлана Анатольевна 16 йыл “Красноусол”

шифаханаһында кесе шәфҡәт туташы булып эшләй. Күмәк балалы ғаиләлә өс ҡыҙ – иң өлкәне 20 йәшлек

Кристина БДУ-ла уҡый, Аринаға – 8, Каринаға 7 йәш, Красноусолдағы 1-се мәктәптә белем алалар. Әйүповтар Светлананың һеңлеһенең ҡыҙы - 10 йәшлек Дашаны ла үҙ ғаиләләренә һыйындырғандар. Ҡыҙҙар үҙҙәренең айырым бүлмәләре булыуға сикһеҙ шаттар, улар икенсе мансарда ҡатта урынлашҡан.

Луиза һәм Рәмзил Хөсәйеновтар яңы “Һабантуй” биҫтәһендәге Сахалин урамында үҙ йорттарын һалып сыҡҡан. Уларҙың хозур тәбиғәт ҡосағында - тауға терәлеп кенә ултырған йорттары тағы ла ҙурыраҡ, 174 кв. м. тәшкил итә, шулай уҡ шлакоблоктан ике ҡатлы итеп төҙөлгән. Был үҙәктән алыҫ тарафҡа электр, һыу үткәрелгән, газ үткәргестәр һуҙырға ҡалған. Йорт әлегә утын яғып йылытыла, айырым ҡаҙанлығы бар. Хөсәйеновтар 2009 йылда ер участкаһы алып, 2012 йылда йорт төҙөй башлағандар. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаилә булараҡ 2014 йылда сиратҡа баҫып, төҙөлөштө тамамлауға дәүләт программаһы буйынса 756 мең һумлыҡ субсидия алғандар. Әсәлек капиталын да файҙаланғандар. Һәм, ниһайәт, былтыр мөһабәт йорттарына күсеп, Яңы йыл алдынан ғына өй туйлағандар. Луиза Фәнил ҡыҙы “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ике улдары – Рамазанға – 10, Исламға 6 йәш. Ҙур, яландай иркен йортта һәр ҡайһыһының үҙ бүлмәһе бар, улар өҫкө ҡатта урынлашҡан, аш-һыу бүлмәһе өсөн дә иркен, яҡты урын һайланған. Өҫтә лоджия, янғын осрағында айырым сығыу урыны ла бар, төшөү өсөн баҫҡыс ҡуяһы ҡалған. Йәш ғаилә йорттарын барыһын да алдан уйлап, күҙ уңында тотоп төҙөргә тырышҡан. Ике ҡатта ла сан-узел планлаштырылып, әлегә ул өйҙөң өҫкө өлөшөндә бар.

Ғаиләләрҙең икеһе лә мал аҫрап, баҡсала бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй.

Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы О.Ф.Саттарова, ошо ғаиләләр миҫалында беҙҙең районда “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһының тулы көсөнә эшләүен күрергә булыуын билдәләй. Һәм үҙ ҡыйығын булдырырға теләүсе башҡаларға ла Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ғәмәлгә ашырылып, 35 йәшкә тиклемге социаль өлкәлә йәки ауыл хужалығында эшләүселәрҙе, шулай уҡ йәш белгестәрҙе ошо программала ҡатнашып, дәүләт ярҙамынан файҙаланырға кәңәш итә. Тап бындай дәүләт программалары йәш белгестәрҙе ауылға эшкә йәлеп итергә мөмкинлек бирә лә инде.
Читайте нас: