Был көндө 7 һауа шары тарихта беренсе тапҡыр Урал һырттары аша осош яһап, символик рәүештә “Красноусол” һәм “Яҡтыкүл” шифаханаларын тоташтырҙы. Ҡыҙыҡлы сәйәхәттә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән: Өфөнән, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Көнгөр, Йошкар-Ола, Переславль-Залесский һәм Санкт-Петербургтан “Самрау” һауала осоу фестиваленә килеүсе тәжрибәле осоусылар ҡатнашты.
- Осошта һауа шарҙары экипаждарынан тыш телевидение операторҙары, фотографтар, блогерҙар ҙа булды, - тине Өфөнән килгән осоусы Руслан Килмәмәтов. – Сәйәхәттең маҡсаты – тыуған яғыбыҙҙың матурлығын фестивалдә ҡатнашыусыларға ғына түгел, бар донъяға күрһәтеү. Осоштоң һуңғы нөктәһе булған “Яҡтыкүл” шифаханаһында 24-енән 27 ғинуарға тиклем “Самрау” һауала осоу фестивале үтә.
Осоусыларға оҙонлоғо 200 километрҙан ашыу маршрутты үтеү өсөн 8 сәғәт кәрәк була. Сәйәхәтте социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин ине. Көтөлмәгән хәл килеп сыға ҡалһа тип, ҡаргиҙәрҙәрҙә ҡотҡарыусылар төркөмө аэронавтарға ярҙам итергә әҙер торған. Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Һауа осоусылары федерацияһы, “Яҡтыкүл”, “Юбилейный” шифаханалары һәм “Осош” авиация клубы ойошторған.