+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2019, 12:02

Ҡоро ағастарҙы йыйырға ҡаршылыҡ юҡ

Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында тыуған һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, гәзит уҡыусыларға 2019 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайым. Закон граждандарға үҙҙәренең шәхси ихтыяжы өсөн киҫкәләрҙе бушлай һәм рөхсәтһеҙ файҙаланырға мөмкинлек бирә.

Нимә ул киҫкә (валежник)? Ул – ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағас. Уны алыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға, тип ҡыҙыҡһыналар. Яуап: киҫкәне алыу өсөн бер кемдән дә рөхсәт кәрәкмәй.

Урманға киҫкә алырға барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алып барырға мөмкинме, тиҙәр. Эйе, мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк.

Киҫкәне йылдың һәр миҙгелендә алырға мөмкин. Тик янғын хәүефе менән бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ваҡытта ғына ярамай.

Киҫкәне бөтөн урмандарҙа ла әҙерләргә мөмкин. Бары тик урман ҡырҡыу, алдан әҙерләнгән ағасты һаҡлауға һалыу урындарында ғына тыйыла.

Шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә, БР Урман хужалығы тарафынан 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең территориаль бүлексәләренә ебәрелгән хаты кире ҡағылды һәм ул ҡулланылырға тейеш түгел. Унда киҫкә алырға теләгәндә был хаҡта башта урман һаҡлау органдарына хәбәр итергә һәм киҫкә әҙерләү өсөн рөхсәт алырға кәрәклеге хаҡында һүҙ бара. Бөгөнгө көндә министрлыҡтарға законды ҡулланыу буйынса яңы хаттар ебәрелде. 12 ғинуарҙа БР Урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашыу ваҡытында үрҙәге мәсьәләләр килешелде.

Урманға киҫкә әҙерләү өсөн барыусыларға үтенес: бер ниндәй сәбәп менән дә тере, үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмағыҙ, урман үҫентеләренә зыян килтермәгеҙ.

Барығыҙға ла мәғлүм, үҫеп ултырған ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығы ла ҡулланылыуы ихтимал. Йәнә йығылып ятҡан ағасты алғанда уның кипкән ботаҡтарын урманда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.

Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым. Сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алыштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланылырға мөмкин.

Киҫкә әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, миңә түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.


Читайте нас: