Конкурста 16 ауыл биләмәһе, 2 мәктәп, район мәҙәниәт һарайы, 2 эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, 4 физик шәхес ҡатнашты. Конкурсты баһалау комиссияһы номинациялар буйынса түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләне:
2. Муниципаль предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар араһында “Иң яҡшы биҙәлеш” өсөн 1-се урын Красноусолдағы 1-се мәктәпкә, 2-се – Курорт мәктәбенә, 3-сө урын район мәҙәниәт һарайына бирелде.
3. Муниципаль булмаған предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар араһында “Иң яҡшы биҙәлеш” номинацияһында “Красноусол шифаханаһы” ЯСЙ-е еңеп сыҡты.
4. “Шәхси эшҡыуарҙар араһында иң яҡшы биҙәлеш” номинацияһында “ШЭ Фоминдар” предприятиеһы еңеүсе булды.
5.Физик шәхестәр араһында “Иң яҡшы биҙәлеш” номинацияһында 1-се урын Красноусолдан Фәнәүиз Хисмәтовҡа, 2-се – Клара Назароваға (Ташлы), 3-сө урын Айгөл Ғөбәйҙуллинаға (Ташлы) бирелде.
“Иң яҡшы йыл символы” номинацияһында Сәйетбаба – 1-се, Ташлы ауыл биләмәһе 2-се урында, Рима Муллағолова (Яҡтыкүл ауылы) 3-сө урында булды.