+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 11:05

Мәргән уҡсыларҙы йыйҙы Табын ере

Башҡорт халҡының хәрби һәм ғөмүмән йәшәү рәүешенә ҡағылған, тарихына бәйле уҡ атыу бәйгеһе беренсе тапҡыр 2016 йылда районыбыҙҙың Уҡлыҡая итәгендә уҙғарылғайны. Республикабыҙ тарихында яңы бер этник дәүер асылғандай булды. Шунан һуң ике тапҡыр “Красноусол” курорты ерлегендә үткәрелеп, бына дүртенсе тапҡырға йәнә районыбыҙҙа үткән “Мәргән уҡсы” бәйгеһе ҙур байрамға әүерелде.


- Уҡ атыу шөғөлө сығымдар талап итһә лә, үҙенә тарта, һәйбәт энергетика бирә. Уҡсылар бер-беребеҙҙе танып бөткәнбеҙ, аралашып торабыҙ. Учалыла үҙебеҙҙең тир бар, кистән шунда барып уҡ атабыҙ. Беҙҙең сафтарҙа көндән-көн балалар ҙа арта. Ғафуриҙа үткән уҡ атыу ярыштарынан ҡалғаныбыҙ юҡ. Бында кешеләр ихлас, шуныһы оҡшай, - тип үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе һәм ҡурайсы, хореограф Рәйес Низаметдинов һәм уның тормош иптәше Лилиә.

Бөрйән районы Яңы Мөсәт мәктәбе директоры Мөхәррәм Абдразаҡ улы Ҡасҡынбаев та был сара тураһында: “Тарихыбыҙға күҙ һалғанда атай-олатайҙарыбыҙҙың уҡсы булараҡ ниндәй мәшһүр юлдар үткәнен, ҡылыс менән һыбай сапҡан ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙы оноторлоҡмо ни?! Ошоларҙы балаларға беҙ еткерергә тейешбеҙ. Был сара мәктәптә үтеүе лә бик файҙалы. Улар ҡатнашмаһа ла, үҙҙәрендә ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ хисе тыуасаҡ. Кейемдәрҙе лә һәр кем китаптарға ҡарап үҙенсә тегә, биҙәй”, - тине үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, төрлө милләт уҡсыларын берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелеп килә был бәйгеләр. Ошо сараның тейешле кимәлдә үтеүенә муниципаль ра-йон, Красноусолдың 1-се мәктәп, район мәҙәниәт һарайы хакимиәттәре, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, айырым яуаплылар Ришат Раян улы Шаймарҙанов, Илшат Хәтим улы Хәбибуллин ҙур тырышлыҡ һалған.

Красноусолдың 1-се мәктәбе ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алды. Спорт залына барып кереү менән иң беренсе “Ятып ҡалғансы, атып ҡал!” тигән яҙыуҙы күреүгә һәр кемдең уҡ атып ҡарау теләге тыуғандыр. “Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы әҙерләгән 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында тарихыбыҙ һүрәтләнгән баннерҙарҙы сараға килеүселәр ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уҡсы ике егет һәм яҡташыбыҙ Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов “Төньяҡ амурҙары” флагын саф булып теҙелеп баҫҡан бәйгеселәргә дәрт һәм ҡеүәт биреп яңғыраған “Любизар” көйө аҫтында алып сығып, сараны тантаналы шарттарҙа асып ебәрҙеләр. Район мәҙәниәт һарайы ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Рәмил Ҡотдосов) башҡорт халҡының милли гимнына әйләнгән “Урал” көйөн башҡарғанда һәр кем баҫып тыңланы. Алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Хызыр Нәзиров мәртәбәле сараны башлап, изге теләктәрен еткереү өсөн һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Ғәлимовҡа бирҙе.

- Рәсәйҙең хәрби тарихын өйрәнеү, уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, Ватанға хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта ҡорал тотоп уны яҡларға әҙер тороу идеяһын һеңдереү маҡсатында үткәрелгән был сара бик кәрәкле тип уйлайым. Уҡсыларҙың нисек кейенеүенә ҡарап та тарихыбыҙҙың бай булыуын күреп була. Бөгөнгө сарала иң шәп уҡсыны билдәләп, арабыҙҙа шундай кеше булыуына ғорурланырға булһын, - тине Динар Зәбир улы.

Ярышты уҙғарыуға яуаплыларҙың береһе Эльвира Насироваға мәрәйҙәрҙе һанап, еңеүселәрҙе билдәләп, был сарала уҡ кеүек осоп йөрөргә тура килде. Ул бәйге талаптары менән дә таныштырып үтте. Ярыш 3 этапта үтте: беренсеһендә күкрәк киреп алға ҡарап, икенсеһендә – тубыҡланып, өсөнсөһөндә – арҡа менән торған ерҙән әйләнеп 20 метр алыҫлыҡтан тороп уҡ аттылар. Бынан тыш махсус приздарға үткән айырым уҡ атышы ла ҡыҙыҡлы булды. Бөрйәндәр алып килгән бүләк – баллы тәпән Роберт Хәмиҙуллинға (Өфө) бирелде. Термокөрөшкә Илшат Хәбибуллинға эләкте.

Сәмле ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, уның еңеүселәре лә билдәләнде. Табын ырыуы йәштәре ойошмаһы етәксеһе Элмир Мөхәмәтйәнов бында йыйылған уҡсыларҙы ҡотлап, Сәйетбаба ауылы һылыуы Алһыу Шәйхоловаға сәскә гөлләмәһе һәм тәғәйен бүләген, шулай уҡ Булат Әминев (Өфө), Сергей Петров (Красноусол), Линар Яманһаровҡа (Өфө) бүләктәр тапшырҙы.

“Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы етәксеһе, уҡ атыу йолаһын тергеҙеп, башланғыс һалыусы булараҡ, Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов был сараны үткәреүҙә ярҙам иткән Красноусолдың 1-се мәктәбенә рәхмәт әйтеп, мәктәп директоры Г.Петроваға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы. Ә инде үҙенең шәхсән бүләген – командир сәғәттәрен ошо сараны ойоштороусы Ришат Шаймарҙанов (Ғафури), Рушан Хәсәнов (Өфө), Урал Мортазин(Өфө), Динис Юлбирҙинға (Бөрйән) һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан мәргән уҡсы Лилиә Низаметдиноваға (Учалы) тапшырҙы.

Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин йөкмәткеле сығышынан һуң үҙ бүләген районыбыҙҙың таҫыл уҡсылары Илшат Хәбибуллин менән Алһыу Шәйхоловаға атап бирҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр: Динә Вәлиеваны (Учалы) - 1-се, Әлиә Ишморатованы (Бөрйән) - 2-се, Нилә Исламованы (Учалы) - 3-сө урын алыуҙары менән ҡотлап, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Соколова Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы. Ир-аттар араһында Салауат Юлбирҙин (Бөрйән) - 1-се, Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән) - 2-се, Юлай Ғәлиуллин (Өфө) 3-сө урындарҙы яуланы. Уларҙың барыһына ла район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр биреп, матур теләктәрен еткерҙе.

Һәр еңеүсенең үҙ бүләген алғанда “Башҡорт халҡына хеҙмәт итәм!” тип
әйтеүе оран булып яңғыраны. “Мәргән уҡсы” бәйгеһендә ҡатнашыусылар
бергәләп фотоға төшөп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә
бер-береһе менән аралашып, ошондай сараларҙы үткәреп торорға кәрәк тигән
теләктә таралышты.
Читайте нас: