+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 17:17

Сәләмәтлек йәки бәйлелек – һайла!

Бар йәмәғәтселек заман афәте – эскеселеккә, наркоманияға ҡаршы көрәшкә күтәрелгән мәлдә Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы был эште башлап йөрөүселәрҙең береһе булараҡ республиканың төрлө район-ҡалаларында семинарҙар ойоштора.

29 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында үткән ошондай сараға ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советтары ағзалары, йәмәғәтселек вәкилдәре – бөтәһе 150-нән ашыу кеше йыйылғайны. Осрашыуҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Кирамова асып, Ғафури ерендә ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндән һуң, тәүге һүҙҙе Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтановаға бирҙе. Ул залда ултырған бер ниндәй түләүһеҙ, намыҫ ҡушыуы буйынса әүҙем йәмәғәт эшен үҙ иңдәренә йөкмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәләмләне, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Күптән түгел Учалы районында эскелек сәбәпсе булған фажиғәләрҙе иҫкә алып үтте, ғаиләләрҙә көс ҡулланыу булмаҫҡа, һәр кем үҙен-үҙе яҡлай алырға тейешлеген билдәләне. Республикала

ғаиләлә йәберләнгән ҡатындарҙы, балаларҙы яҡлау өсөн кризис үҙәктәре асыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә, тине ул. Ошо уҡ теманы дауам итеп, адвокат, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты штабы ағзаһы Надежда Крылова сығыш яһап, закондың ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауы тураһында һөйләне, юрист булараҡ, йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерлеген белдерҙе.

Үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы Айрат Мөхәмәтғәлин бөгөнгө көндә районда 560 кешенең эскеселек буйынса иҫәптә тороуы, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуын әсенеп һөйләне. Дауахананың терапия бүлегендә алкоголизм менән сирлеләр өсөн 10 койка бүленгән, район хакимиәте, эске эштәр, опека бүлектәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы реабилитация үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барабыҙ, тине Айрат Фазыл улы.

Осрашыуға Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә йыл инде эшләп килгән эскеселек һәм наркомания проблемаларын үҙ иңендә татыған аноним алкоголиктарға һәм наркомандарға ярҙам итеү төркөмдәре ағзалары ла килгәйне. Улар әйтеүенсә, төркөмдәрҙә шөғөлләнеү бушлай һәм аноним, спиртлы эсемлектәргә тартылыуҙы нисек еңергә кәрәклеге тураһында әңгәмәләшеү рәүешендә үтә. “Красноусол мәсете ҡарамағында ла ошондай төркөм бар, улар башҡа ауылдарҙа ла булыр тип ышанабыҙ. Беҙ бер кеше өсөн дә килергә ризабыҙ, иң мөһиме – уның үҙенең эскелектән ҡотолорға теләге булһын,” тине Стәрлетамаҡ активистары. Наркомандарға ярҙам итеү төркөмдәре лә шул уҡ ысул менән эшләүҙәре тураһында һөйләне. Залдағылар элекке наркоман, Красноусол егете Александрҙың үҙенең нисек был афәттән ҡотолоуын тетрәнеп тыңланы. Ҡасандыр спорт менән шөғөлләнгән егет, наркоман булып китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡала, 10 йыл быны ныҡлы йәшерә. Һөҙөмтәһе аяныслы була – тәүҙә унан ғаиләһе, һуңынан ҡатыны баш тарта. Урам буйында тороп ҡалғас ҡына ул үҙенең сирле кеше икәнен танырға мәжбүр була һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының аноним наркомандар төркөмөндә ярҙам таба. 5 йыл инде наркотиктар ҡулланмауы, ғаиләле, 3 балалы булыуын әйткәс, залдағылар уны алҡышлап ҡеүәтләне.

Семинарҙа сығыш яһаған психолог, психотерапевт Сергей Евдокимов ғаиләлә эскелектең ни сәбәптән барлыҡҡа килеүе, эскән кешенән дә нығыраҡ ғаилә ағзаларының, бигерәк тә балаларҙың зыян күреүе тураһында һөйләне. Ундайҙар өсөн дә ярҙам төркөмдәре хаҡында Стәрлетамаҡтан килеүселәр һөйләне.

Красноусолдағы осрашыу “Ғаиләне ҡотҡарыу – ғаиләләге эскесенән яфаланғандарҙы ҡотҡарыу” проекты сиктәрендә үткән осрашыуҙарҙың тәүгеһе булды. Ошо көндәрҙә проекттың координаторы Ольга Левина Табын, Аҡкүл, Сәйетбаба ауыл биләмәләре халҡы менән осрашыуҙар үткәрә. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы был эште федераль хөкүмәт ярҙамы менән башлаған – 2018 йылда ошо маҡсатҡа президент гранты бүленгән. Семинарҙа эскән ғаилә ағзаһы булған ғаиләләрҙең бик күп проблемалары асып һалынды. Йәмәғәтселек уларға ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе, эскелеккә ҡаршы көрәштә берҙәм булырға саҡырҙы.
Читайте нас: