+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2019, 12:44

Яҡшы эштәр ҡылып

Быйыл ауыл балаларына бик шәп бүләк әҙерләнеләр ауылдаштар. Хоккей майҙансығы төҙөргә уйлап, ауыл советынан ер һорап алдылар. Мәктәп етәкселеге ремонттан ҡалған таҡталарын биргәс эшкә тотондолар. Кемдер аҡсалата, кем техникаһы, йәиһә кәңәш биреп, “Урожай” крәҫтиән хужалығы техника менән ярҙам итте.

Әлеге ваҡытта хоккей майҙансығы төҙөлөп бөтөү алдында тора. Спорт һөйөүселәр хоккей майҙансығының тантаналы рәүештә асылыуын көтәләр. Ә әле бөтә ауыл балалары шунда ҡайнаша, ярҙам итәләр, боҙҙа шыуалар, хоккей уйнайҙар. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә бала саҡтарын иҫкә төшөрөп уйнап алалар.

Һүҙем – ошоға оҡшаш изге эштәр ҡылыусы, сит яҡтарҙан ҡайтып, тыуған ауылдарында һүнгән нигеҙҙәрен ҡабат тергеҙеүсе ауылдаштарыбыҙ хаҡында. Эйе, ғүмерҙәрен ситтә үткәреп, олоғайғас һағыныуҙарына түҙә алмайынса тыуған ауылына ҡайтыусылар күбәйҙе һуңғы йылдарҙа.

Йылдар үтә, һиҙҙермәйсә үтә,

Сит яҡтарҙа үтте ғүмерҙәр.

Эх, ҡайтаһы килә ауылыма,

Тыуған ергә тарта күңелдәр.

Ғүмерҙәр ағын һыуҙай тиҙ үтә шул. Ә инде ғүмер көҙҙәренә артыла барған һайын күңелдәрҙә ер-һыу хисе арта. Сөнки кеше ҡайһы тарафтарға ғына юлланмаһын, уның йәшәйеш тамырҙары тыуған ерендә ҡала. Юҡҡа ғынамы ни, “яҡшы булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил” тип йырламайҙарҙыр. Башҡорт-татар әҙәбиәтендә иң күп шиғырҙар, йырҙар ҙа тыуған яҡ темаһына бағышланғандыр, моғайын.

- Йәш сағымда миңә йыраҡ Ухта ҡалаһына барып эшләргә тура килде. Шунда ғаилә ҡороп йәшәп киттек. Ауылға йылына бер генә ҡайтырға тура килә ине, төштәремә керә торғайны ауыл. Хаҡлы ялға сыҡҡас ғаиләмде алып тыуған ауылыма ҡайттым, - тип һүҙ башланы Ғәлинур ағай Нафиҡов.

Ауылға ҡайтыу менән ең һыҙғанып, үҙ нигеҙҙәрен төҙөкләндереп, матур итеп донъя ҡороп ебәрә ул. Үҙе шикелле ситтән ҡайтҡан Фәнис Сафиуллин, Рәшит Хәсәнов менән бергә ауыл тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр.

Ауылды матурлау, төҙөкләндереү өсөн пландар ҡоралар, кәңәшләшәләр. Ауыл старостаһы Ғабдулла Абдрахманов уларҙы дәртләндереп, үҙ кәңәштәрен бирә, ярҙам ҡулы һуҙа. Хаҡлы ялдағы элекке хакимиәт башлығы Ринат Хөрмәт улы Хисмәтуллин да бар эштәрҙең уртаһында ҡайнай.

Ауылдан йыраҡ түгел бик матур күл бар. Исеме лә матур – Яҡтыкүл. Ләкин ул һайығып, кибеп бара. Шул яҡта йөрөгән көтөү ҙә бысрата. Улар күлдең тирә-яғына ағастар ултыртып, кәртәләп алырға уйлап эш башлайҙар. Был башланғысты ауыл кешеләре лә күтәреп алды, өмә яһап ағас ултырттылар. Ауыл эргәһендәге бик тәмле һыулы шишмәне лә таҙартып, кәртәләп алдылар. Уҙған йәйҙә үткәрелгән ауыл байрамында бик күптәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишеттеләр улар. Ә ауылдаштарының иң ныҡ шатланғаны – иҫке, емерелеп, инде һүтергә әҙерләнгән обелискыны яңыртыуҙары булғандыр. Хәҙер тирә-яҡҡа йәм биреп, ялт итеп ултыра. “Быны бит беҙҙең атайҙарыбыҙ төҙөгән ине. Ул бит беҙҙең өсөн ҙур иҫтәлек”, тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр ауыл кешеләре.

Бына шундай матур эштәр менән мәж киләләр бурлылар. Эйе, мин инде үҙ
эшемде эшләнем, дәүләт миңә пенсия түләй, үҙ донъямды ғына ҡарайым, тип
өйөндә генә ятһа ла була уларға. Ҡайһы бер кешеләрҙең фекерҙәре шулайҙыр
ҙа. Ләкин, был тынғыһыҙ кешеләрҙең тыуған ауылдарын йәмле итеп күргеһе,
матур итеп йәшәгеһе килә. Ауылдың матур, төҙөк булыуы, халыҡтың сәләмәт
тормош алып барыуы беҙҙең үҙебеҙҙән, шунда йәшәгән халыҡтың үҙенән
тора.
Читайте нас: