+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2019, 13:19

Толпарҙар Рәхимовты онотмай

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров власҡа килгәс, телевизор экранында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов күренә башланы. Был ваҡиғаны Башҡортостан халҡы күптәнән көтә ине.

Ә Толпар ауылы халҡы икеләтә ҡыуанды, һөйөндө. Урамда осрашып, бер-береһе менән аралашҡанда ихтирам итеп, яҡын күреп: “Беҙҙең бабайҙы телевизорҙан күрһәттеләр”, тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты урындағы халыҡ. Бәй, шулай булмай. Тәүге президентыбыҙ Толпар ауылы тарихына тәрән эҙ ҡалдырған арҙаҡлы, мәртәбәле шәхестәребеҙҙең береһе.

Заманында Толпар ауылы халҡында йәшәүгә өмөт сатҡылары уятыусы, ауылды һаҡлап ҡалыусы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов булды тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Сөнки туҡһанынсы йылдарҙың тәүге яртыһында Толпар халҡының күпселеге тыуған ерҙәренән күсеп китергә план ҡорғайны. Ут та, юл да юҡ ине. Бигерәк тә йәштәр йорт һалыр өсөн район үҙәгенән ер участкалары алдылар. Донъяға ике тыумайбыҙ. һәр кемдең дә кешесә йәшәгеһе килә.

Бер көндө көтмәгәндә Толпарға Мортаза Ғөбәйҙулла улы килеп китеү менән ауыл тормошо ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауылға юғары вольтлы электр линияһы уҙғарылды, Толпар – Мәндем юлы һалынды, 60 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлдө, Еҙем йылғаһы аша 200 метр оҙонлоғондағы күпер пәйҙә булды, телефон уҙҙы, Интернетлы булдыҡ. Бөгөн республикала Толпар ауылын белмәгән кеше юҡтыр. Был заманында президентыбыҙҙың бер ауылға ғына ҡылған изгелеге. Ә Мортаза Ғөбәйҙулла улының республикабыҙ өсөн күрһәткән хеҙмәттәрен һанай китһәң, үҙе бер ғүмер кәрәк тиһәм, һис тә хата булмаҫ.

Толпарҙар ауылға икенсе яҙмыш биреүсе республикабыҙҙың тәүге
президентының изгелектәрен онотмай. Ошо көндәрҙә мәртәбәле шәхесебеҙҙең
ғүмер байрамы, күркәм юбилейы. Толпар ауылы биләмәһе халҡы ил ағаһын
тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә.
Читайте нас: