1 “А” класынан Вадим Хисаметдинов, Самира Ноғайғолова, Айҙар Алтынсурин һәм 1 “Б” класынан Ынйы Ваһапова, Айгиз Бикбулатов, Динара Юнысова ата-әсәйҙәре менән ярыш һыҙығына баҫты.
Сараны ойоштороусы 5 “А” класс уҡыусылары Элина Урманшина менән Диана Рәхимова ярышты асып, үҙҙәрен таныштырыу өсөн командаларға һүҙ бирҙе.
Командаларға исем, девиз, атлетик йәки гимнастик сығыш әҙерләргә кәрәк ине. Һәр ғаилә ярыштың беренсе төрөнә бик яуаплы әҙерләнгән. Тәжрибәле физкультура уҡытыусыһы Марат Юнысов ярыш төрҙәрен ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәнен уҡытҡан тәжрибәле уҡытыусы Ришат Уразғолов ярышта ҡатнашыусыларҙың ваҡытын, тиҙлеген иҫәпләп барҙы.
Һәр ҡатнашҡан командаға абруйлы жюри тарафынан урындар бүленеп, номинациялар буйынса Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Беренсе урынға Ваһаповтар, уларҙан әҙгә генә ҡалышып, икенсегә - Хисаметдиновтар, өсөнсө урынға Алтынсуриндар, “Иң берҙәм ғаилә” номинацияһына Ноғайғоловтар, “Иң етеҙ ғаилә” – Бикбулатовтар, “Иң ҡыйыу ғаилә” номинацияһына Юнысовтар ғаиләһе лайыҡ булды.
Сәмле ярыш ата-әсәләрҙең, балаларҙың, янып-көйөп ултырған уҡыусыларҙың да күңелен күтәреп, икенсе һулыштарын асты.