+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2019, 11:59

Ил етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһе

20 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны Йыйылышҡа Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар һәм төбәк башлыҡтары, Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу йыйылышы рәйестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дини конфессия вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре - барлығы 1 меңдән ашыу кеше йыйылған ине. Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе иҫәп буйынса 15-сеһе. Сәғәт ярым дауам иткән телмәрҙең төп өлөшө, йәғни 1 сәғәт 15 минуты илдең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағыла. Ҡалған һанаулы минуттар тышҡы мөнәсәбәттәр хаҡында. Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе журналистар һаны буйынса рекорд ҡуйған – сараны 700-ҙән ашыу матбуғат сараһы яҡтыртты. Сит илдән килеүселәр күп булды.Ил Президентының телмәрен бер нисә пунктҡа бүлергә мөмкин: социаль өлкә, медицина, мәғариф, экология, инновациялар, әммә төп тема – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Төп тезистар: халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, ярлылыҡты кәметеү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһына старт биреү, “Ауыл табибы” программаһындағы йәш сикләүҙәрен бөтөрөү, инвестициялар күләмен 2020 йылға 6-7 процентҡа арттырыу һ.б.

Йыйылышҡа Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар һәм төбәк башлыҡтары, Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу йыйылышы рәйестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дини конфессия вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре - барлығы 1 меңдән ашыу кеше йыйылған ине.

Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе иҫәп буйынса 15-сеһе. Сәғәт ярым дауам иткән телмәрҙең төп өлөшө, йәғни 1 сәғәт 15 минуты илдең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағыла. Ҡалған һанаулы минуттар тышҡы мөнәсәбәттәр хаҡында. Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе журналистар һаны буйынса рекорд ҡуйған – сараны 700-ҙән ашыу матбуғат сараһы яҡтыртты. Сит илдән килеүселәр күп булды.

Ил Президентының телмәрен бер нисә пунктҡа бүлергә мөмкин: социаль өлкә,
медицина, мәғариф, экология, инновациялар, әммә төп тема – халыҡтың
тормош сифатын яҡшыртыу. Төп тезистар: халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү,
ярлылыҡты кәметеү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам, “Ауыл уҡытыусыһы”
программаһына старт биреү, “Ауыл табибы” программаһындағы йәш
сикләүҙәрен бөтөрөү, инвестициялар күләмен 2020 йылға 6-7 процентҡа
арттырыу һ.б.
Читайте нас: