+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 18:58

Кешеләргә кешелекле мөнәсәбәт

20 февралдә ил Президенты Владимир Владимирович Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Балалы ғаиләләргә ярҙам

В.Путин Мөрәжәғәтнамәнең тәүге минуттарында уҡ балалы ғаиләләргә социаль ярҙам сараларына туҡталып, 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр планкаһын ике йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тәҡдим итте. Бынан тыш, ул беренсе һәм икенсе балаға пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейешлеген билдәләне. Шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыуҙары хаҡында әйтте. Президент Үҙәк банкка ипотека ставкаһын 9% тиклем, һуңынан 8%-ҡа ҡәҙәр кәметеү буйынса сараларҙы тәьмин итергә ҡушты.

- Әле күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса льгота бар, улар 6% түләй, ҡалғанын дәүләт субсидиялай. Ләкин был сара менән дә һирәк файҙаланалар, сөнки льгота 3 йәки 5 йыл ғәмәлдә. Льгота ипотека кредитлауы осоронда ғәмәлдә ҡалһын тигән тәҡдим индерәм. Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон иҫәпкә алып, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын индереү мөмкин тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, ошондай ғаиләләр өсөн 450 мең һум ипотека бурысын ҡаплау, - тине В.Путин һәм ағымдағы йыл бюджетында уҡ ошо сараларҙы яңынан иҫәпләргә һәм күҙ уңында тоторға тәҡдим итте.

2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу зарур. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш. Шулай уҡ 6 сутыйға тиклем ер участкаһы булған күп балалы ғаиләләрҙе ер һалымынан һәм фатирҙағы 5 кв.м һәм йорттағы 7 кв.м. милек һалымынан азат ителәсәге тураһында ла белдерҙе ил башлығы.

Мәғариф

В.Путин 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Ил башлығы әйтеүенсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.

- 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағанда был ҙур алға китеш булып тойолдо, - тип билдәләне В.Путин. - Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле - секундына 100 мегабит булырға тейеш. Генетика һәм яһалма интеллект өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе үҫтерергә, 15 фәнни-техник үҙәкте ҡулланыуға тапшырырға (өсәүһенең төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә) һ.б. бурыстарға туҡталды ил башлығы.

“Һаҡсыл поликлиникалар”

2 йыл эсендә Рәсәйҙә “һаҡсыл” поликлиникалар системаһын индерәсәктәр. Уға ярашлы пациенттарҙың сиратта тороу ваҡыты 3-4 тапҡырға ҡыҫҡарырға тейеш. 2021 йылға яңы стандарттарға бөтә балалар учреждениелары ла күсереләсәк.

“Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыу өсөн йәш сикләүҙәре алына. Ауыл еренә эшкә барырға теләге булған 50 йәштән өлкән табиптарға 1 миллион һум, фельдшерҙарға 500 мең һум түләнәсәк. Милли проект сиктәрендә яман шеш сире менән көрәшкә триллион һумдан ашыу бүленәсәк. Ил етәксеһе 3 йыл эсендә медицина учреждениелары, дарыуханалар, табиптар һәм пациенттар араһында электрон бәйләнеште яйға һалыу бурысын ҡуйҙы.

Пенсиялар тураһында

Быйылдан башлап пенсияларҙы йәшәү минимумынан тыш индексациялау индерелә. Ғинуар, февраль айҙарын киренән иҫәпләп түләү ҡаралған. Күп кенә пенсионерҙар пенсия артыуын һиҙмәне, сөнки ул йәшәү минимумынан түбәнерәк йәки саҡ ҡына күберәк булды, тип аңлатты В.Путин. Хөкүмәт алдына пенсияларҙы йәшәү минимумына тиклем күтәрергә, шунан һуң ғына индексациялау бурысы ҡуйылды.

Сүп-сар проблемалары

Алдағы 2 йылда ҡалалар эргәһендәге 30 проблемалы сүплек, ә 6 йыл эсендә – ҡалғандары ла ябылырға һәм рекультивацияланырға, эшкәртелгән ҡалдыҡтар өлөшө 8-9%-тан 60%-ҡа тиклем артырға тейеш. В.Путин Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан яҙғы сессияла атмосфераға зарарлы ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы квоталау тураһында закон ҡабул итеүҙәрен һораны. Зарарлы ҡалдыҡтарҙың күләмен 6 йыл эсендә 20%-ҡа кәметергә кәрәк. Был законды ҡабул иткәндә парламентарийҙар тәү сиратта айырым компаниялар һәм шәхестәрҙең түгел, ә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш, - тине.

Бизнес тураһында

Рәсәй президенты “бизнес һәр ваҡыт статья аҫтында йөрөргә тейеш түгел”, тип белдерҙе. Уныңса, әлеге көндә суд тикшереүе аҫтындағы 1 эшҡыуарға эшһеҙ ҡалған 130 хеҙмәткәр тура килә. Был илдең иҡтисади үҫешенә насар йоғонто яһай. В. Путин йыш ҡына бизнесмендарҙың эшен тикшереү һуҙыла, был өҫтәмә сығымдар талап итә, тине. Ил башлығы Рәсәйҙә бизнесмендар өсөн һанлы платформа булдырырға тәҡдим итте. 2021 йылға хөкүмәт эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген күҙәтеү-тикшереүҙең норматив базаһына ревизия үткәрергә тейеш.

Хәүефһеҙлек

Ағымдағы йылдың яҙында “Посейдон” пилотһыҙ аппарат менән йыһазландырылған тәүге һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлә. “Сармат” һәм “Пересвет” комплекстарын һынау дауам итә, “Кинжал” комплекстары хәрби дежурлыҡ алып бара. “Калибр” тип аталған ракета комплекстарына яраҡлаштырылған “Циркон” гипертауышлы ракета эшләнә. Хәрби-диңгеҙ флотына билдәләнгән ваҡыттан 2-3 йылға алдараҡ 7 һыу аҫты кәмәһе тапшырыла, 5 алыҫ диңгеҙ зонаһы карабы, 2027 йылға тиклем ошондай 16 карапты сафҡа индереү күҙ уңында тотола.

Тышҡы сәйәсәт

Мөрәжәғәтнамәнең аҙағында Владимир Путин тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә туҡталып, Япония менән килешеү төҙөү юлдарын эҙләү, Ҡытай һәм Һиндостан менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, шулай уҡ Евросоюз менән сәйәси һәм иҡтисади хеҙмәттәшлекте тергеҙеүҙең мөһимлеген билдәләне. Ил башлығы АҠШ-тың урта һәм кесе алыҫлыҡтағы ракеталарҙы бөтөрөү буйынса килешеүҙән бер яҡлы сығыуына айырым иғтибар бирҙе. Рәсәй урта һәм кесе алыҫлыҡҡа осоусы ракеталарҙы бер ҡасан да беренсе булып Европала урынлаштырмаясаҡ, әгәр АҠШ быны эшләй икән, беҙ яуап саралары күрәсәкбеҙ, тине ил башлығы.

Шулай итеп, Мөрәжәғәтнамәнең төп асылы кешеләргә кешелекле мөнәсәбәт булдырыуға ҡайтып ҡалды. Халыҡты һаҡлау, йәғни ғаиләгә, балаларға иғтибарҙы арттырыу, ололарға хөрмәт тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлауға, инвалидтарға, ауылда йәшәүселәргә етди иғтибар сығышта “ҡыҙыл еп” булып үтте.


Читайте нас: