-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2019, 12:00

Тағы ла социаль ярҙам хаҡында

Компенсацияға кемдәр хоҡуҡлы? БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ғинуарындағы “Айырым категория граждандарға һанлы эфирҙы йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” 35-се ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һәм һанлы телевизион эфир тапшырыуҙары солғап алған зонала йәшәүсе, пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алыусы пенсионерҙар һәм балаһына айлыҡ пособие алыусы әҙ килемле ғаиләләр компенсация алыуға хоҡуҡлы.

Дәүләт ярҙамы бер йорт хужалығына бер тапҡыр ғына бирелә.

Компенсация уны һорап 2019 йылдың 25 декабренә тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта 2019 йылда һатып алынған һанлы приставка өсөн бирелә. Компенсация күләме граждан һатып алған, минималь техник характеристикаға тап килгән һанлы приставка хаҡы нигеҙендә билдәләнә, әммә 1000 һумдан артмай.

Белешмә бирелә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 декабрендәге Ҡарары менән билдәләнеүенсә, БР Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге ДҠУ-һының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы тарафынан йән башына уртаса килемдәре йәшәү минимумынан артмаған, балаһы эшсе һөнәре биреүсе урта һөнәри уҡыу йортонда уҡыған ғаиләләргә йылына бер тапҡыр сираттағы уҡыу йылының 1 сентябренә белешмә биреү ҡаралған.

Был белешмә йән башына уртаса килемдәре Башҡортостан Республикаһында квалификациялы эшселәр әҙерләү программаһы буйынса урта һөнәри белем программаһын үҙләштереүселәрҙе һөнәри белем биреү ойошмаларында бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмауын раҫлай.

Пособиелар үҙгәрҙе

2019 йылдың 1 февраленән балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары күләме 1,043 коэффициентына үҙгәрҙе. Индексациянан һуң пособие күләме түбәндәгесә тәшкил итә:

- бала тыуғас бер тапҡыр бирелеүсе пособие – 20101,69 һум;

- беренсе баланы тәрбиәләүгә ай һайын бирелеүсе пособие – 3769,07 һум;

- икенсе һәм артабанғы баланы тәрбиәләүгә ай һайын бирелеүсе пособие – 7538,12 һум.

Балаға айлыҡ пособие, күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ЕДК, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие, бер юлы ике йәки унан күберәк бала тыуған ғаиләләрҙә балаға өс йәш тулғансы түләнеүсе айлыҡ пособие, айырым категория граждандарға социаль пособие ғариза биргәс ун ике айға тәғәйенләнә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия ғариза биргәндән һуң алты айға тәғәйенләнә. Ошоға бәйле түләүҙәре туҡтаған граждандарҙы социаль ярҙам саралары тәғәйенләүҙе һорап ғариза бирергә килергә саҡырабыҙ.

БР Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге ДҠУ-һының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы (адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 103) тарафынан социаль яҡлау саралары күрһәтеү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү 2018 йылдың 17 декабренән 2019 йылдың 1 мартына тиклем дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома – 9.00 – 13.00 сәғәттә, шаршамбы – 8.00 – 13.00, йома – 9.00 – 13.00 сәғәттә бойомға ашырыла. Телефондар: (3473) 25-08-46, 25-09-07, 25-02-07, 25-67-64.

Ерләүгә социаль пособие әҙерләү, белешмәләр биреү буйынса дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома 9.00 – 18.00, шаршамбы 8.00 – 19.00, йома 9.00 – 14.00 сәғәттәрҙә төшкөлөккә туҡтамай ҡабул итәбеҙ.

Күрһәтелеүсе социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт Стәрлетамаҡ ҡала округының рәсми сайтында: www.sterlitamakadm.ru, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.gosuslugi.ru, БР дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында: www.pgu.bashkortostan.ru, БР Хеҙмәт министрлығының рәсми сайтында: www.mintrudrb.ru, интерактив онлайн-консультант һәм субсидияларҙың онлайн-калькуляторын файҙаланып булған rcspn.mintrudrb.ru сайтында урынлаштырылған.

Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында: https:// gosuslugi. bashkortostan.ru/ социаль ярҙам саралары тәғәйенләүҙе һорап электрон ғариза бирергә мөмкин. 25-15-72 телефоны буйынса белгестәргә алдан яҙылырға була.

Республика Күп функциялы үҙәк ДАУ-ы Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 “А” адресы буйынса граждандарҙы ҡабул итә.