- Беҙҙең бөтә закондар сығарыу өлкәһен яңы технологик ысынбарлыҡҡа яйларға кәрәк. Ҡабул ителгән закондар яңы преспектив өлкәләрҙең аяҡҡа баҫыуын сикләргә түгел, ә үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш, - тине ил етәксеһе.
Танылған публицист, блогер Шамил Вәлиев билдәләүенсә, һанлы иҡтисадҡа күсер өсөн өс шартты үтәү мәжбүри. Беренсенән, халыҡты сифатлы элемтә менән тәьмин итергә кәрәк. Икенсенән, халыҡ заманса элемтә сараларын артыҡ сығымдарһыҙ һатып ала алырға тейеш. Өсөнсөнән, һәм быныһы иң мөһиме, белемле, заманса фекерләй алыусы йәштәр кәрәк.
- Тейешле инфраструктура булһа, һанлы иҡтисад үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә,
уның нефть-газ кеүек сеймалға бәйлелеге юҡ. Йәштәргә ҡайҙа уңайлы, улар
шунда үҙ иҡтисади предприятиеларын тыуҙыра ала. Бының өсөн уларҙың
фекер креативлығы һәм заманса элемтә саралары ғына кәрәк. Бөгөнгө
шарттарҙа ҡола яланда палаткала ултырып та, ҙур предприятиелар менән
идара итергә мөмкин. Беҙ нәҡ шундай йәштәргә мохтаж, - тине Шамил