-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2019, 13:51

Ипотека каникулдары

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәлә эшһеҙ ҡалыу сәбәпле кредитын түләй алмаған граждандарға ипотека каникулдары индерергә тәҡдим итте.

- Бөгөн күп кешеләр, ғаиләләр төрлө маҡсатҡа кредиттар ала. Әлбиттә,
быны эшләгәндә яуаплылыҡты онотмаҫҡа, үҙ финанс хәлеңде лә самаларға
кәрәк. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр килеп сығыуы мөмкин – кемдер эш
урынын юғалта, кемдер ҡаты сиргә юлыға. Ошондай осраҡтарҙа кешеләргә
ярҙам йөҙөнән өҫтәлмә законлы гарантиялар кәрәк. Мәҫәлән, граждандарға
берҙән-бер йәшәү урынын һаҡлап ҡалырға, ә кредиттар буйынса түләүҙәрҙе
һуңғараҡ ваҡытҡа күсерергә мөмкинлеге биреү. Был еңел эш түгел, уны
финанс ойошмаларына ла зыян килтермәҫлек, кешеләргә лә ярҙам булырлыҡ
итеп атҡарып сығыу юлдарын ныҡлап уйларға кәрәк. В. Путин Үҙәк банкка
һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мирокредитлау
баҙарындағы хәлде яйға һалырға ҡушты
Читайте нас: