+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2019, 13:33

Паллиатив ярҙам тураһында

В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәлә яҡын йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙә яңы йүнәлештәрҙең барлыҡҡа киләсәге тураһында билдәләне. Оҙайлы медицина ярҙамына мохтаж булған, стационарҙа йәки өйҙә хеҙмәтләндереүҙе талап иткән кешеләргә, ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын тамырынан үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Бының өсөн патронаж хеҙмәтен, ауырыуҙы ҡараусыларҙы йәлеп итергә йәки ярҙамға мохтаждарҙың туғандарын медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарына өйрәтергә кәрәк. Медицина күҙлегенән генә түгел, социаль, йәмғиәт, әхлаҡи күҙлектән сығып ҡарағанда ла бик мөһим мәсьәлә – паллиатив ярҙам күрһәтеү. Мәғлүмәттәр буйынса, уға әлеге көндә илдә 800 мең кеше мохтаж. Паллиатив ярҙам тураһында Дәүләт Думаһы депутаттары паллиатив ярҙам тураһындағы законға төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был эште мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлауҙы һорайым. Артабан уның ғәмәлдә нисек эшләүен ҡарарға кәрәк. Бында ирекмәндәрҙең, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, йәмәғәтселектең, бағыусыларҙың фекерҙәрен, ҡараштарын иҫәпкә алырға кәрәк, - тине ил башлығы.

Оҙайлы медицина ярҙамына мохтаж булған, стационарҙа йәки өйҙә хеҙмәтләндереүҙе талап иткән кешеләргә, ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын тамырынан үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Бының өсөн патронаж хеҙмәтен, ауырыуҙы ҡараусыларҙы йәлеп итергә йәки ярҙамға мохтаждарҙың туғандарын медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарына өйрәтергә кәрәк.

Медицина күҙлегенән генә түгел, социаль, йәмғиәт, әхлаҡи күҙлектән сығып
ҡарағанда ла бик мөһим мәсьәлә – паллиатив ярҙам күрһәтеү. Мәғлүмәттәр
буйынса, уға әлеге көндә илдә 800 мең кеше мохтаж. Паллиатив ярҙам
тураһында Дәүләт Думаһы депутаттары паллиатив ярҙам тураһындағы законға
төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был эште мөмкин тиклем тиҙерәк
тамамлауҙы һорайым. Артабан уның ғәмәлдә нисек эшләүен ҡарарға кәрәк.
Бында ирекмәндәрҙең, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, йәмәғәтселектең,
бағыусыларҙың фекерҙәрен, ҡараштарын иҫәпкә алырға кәрәк, - тине ил
башлығы.
Читайте нас: