-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2019, 13:03

"Социаль контракт" ярҙамға киләсәк

Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин эшһеҙлекте кәметеү, ярлылыҡты бөтөрөү сараларына ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, 2000 йылда илдә ярлылар һаны 40 миллион булһа, әле – 19 миллион. Президент был һанды һаман да бик ҙур тип һанауын белдерҙе.

- Улар башлыса күп балалы, тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар һәм лайыҡлы эш таба алмаған кешеләр. Сәбәптәр күп төрлө булырға мөмкин, ләкин хөкүмәт уларға ярлылыҡтан ҡотолорға ярҙам итергә тейеш. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә ошо проблеманы социаль контракттар нигеҙендә хәл итә башланылар. Был һөҙөмтәле сара кешегә квалификацияһын күтәрергә мөмкинлек бирә. Дәүләт ярҙамы алғандар, үҙҙҙәре алдына бурыстар ҙа ҡуя һәм шуға өлгәшергә тырышасаҡ, - тип билдәләне В. Путин.

Эшһеҙлекте кәметеү маҡсатында “социаль контракт” төшөнсәһе барлыҡҡа килә. Уның төп асылы мәшғүллек үҙәгендә тороусыларға үҙ эшен асырға, яңы һөнәр үҙләштерергә финанс йәһәттән ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала.

– Донъя кимәлендә бындай ғәмәл күптән ҡулланыла һәм ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә бирә. Әгәр кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләй икән, “социаль контракт” быны тормошҡа ашырыуға мөмкинлек тыуҙырасаҡ. Уның нигеҙендә шәхси хужалығын киңәйтергә, үҙ эшен асырға теләгән кешеләргә ярайһы уҡ ҙур сумма – тиҫтәләрсә мең һум бүлеү ҡарала, – тине ил етәксеһе.

Алдағы биш йылда бындай ярҙам менән 9 миллион самаһы кеше ҡуллана аласаҡ, тип күҙаллана.
Читайте нас: