+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2019, 13:59

Владимир Путин «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте

Владимир Путин «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.

«2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағанда был ҙур алға китеш булып тойолдо, - тип билдәләне Владимир Путин. - Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле - секундына 100 мегабит булырға тейеш”, - тине В.Путин.
Читайте нас: