- Ил етәксеһенең сығышында ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, пенсионерҙарға, демографик хәлде яҡшыртыуға һәм әсәлек капиталына ҡағылышлы фекерҙәр яңғыраны. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, әсәлек капиталы башлыса ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, был өсөнсө бала тыуыуына этәргес була, демографик хәлдең яҡшырыуына килтерә.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, инвалид бала тәрбиәлеүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр: пособие күләме ике тапҡырға арттырыу, ил буйынса реабилитация үҙәктәрен булдырыу – барыһы ла өлгөрөп еткән мөһим мәсьәләләр.
- Мөрәжәғәнамәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы бурыстар ҙа яңғыраны. Бөгөн онкологик сирҙәрҙе диагностикалау буйынса эш алға китте.Хәҙер беҙ паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса ла фекер йөрөтәбеҙ. Был маҡсатҡа матди ярҙам бүленәсәк. Ошоғаса был проблема тураһында һүҙ булманы. В.Путин Санкт-Петербургтағы балалар хосписын иҫкә алды, мин унда 2-3 йыл элек булдым. Ысынлап та, унда ауыр сирле балалар бар. Улар тейешле медицина ярҙамына мохтаж. Президент был мәсьәләлә етәкселәргә өлгө күрһәтте.
Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, дөйөм алғанда, быйылғы Мөрәжәғәтнамә төплө тәҡдимдәргә бай булды. Хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыу мөһим.