Айгөл Динислам ҡыҙы Моратова Башҡортостан йәмәғәт палатаһының 3-сө саҡырылыш ағзаһы. 2012 йылдан Башҡортостан китапханалары Ассоциацияһы президенты, шулай уҡ 10 йылдан ашыу БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы. “Рәсәй Йәмәғәт палатаһы тарихында тәүге тапҡыр төбәктән йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы һайланды. Федераль кимәлдә республика мәнфәғәтен яҡлау минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Яҡын арала федераль палата комиссияһында ауыл үҫеше, граждандарҙың эшһеҙлеге, миграция һәм башҡа проблемаларҙы күтәреп сығасаҡмын”, - тип билдәләй А.Моратова.