+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2019, 13:12

Ауылыбыҙ уңғаны

Беҙҙең Ерек ауылының эшсән, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе – ауылыбыҙ депутаты, уҡытыусы Рима Мөхәмәт ҡыҙы Кәримова.

Ул – Архангел районы ҡыҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөлә педагогия институтында белем алған осорҙа яҙмыш елдәре уны беҙҙең ауыл егете Рәис Ғиндулла улы Кәримов менән осраштырып-ҡауыштыра. Йәш ғаилә йүнәлтмә менән Үзбәк ауылына эшкә килә. Рима Үзбәк мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бер аҙҙан Рәис Ғиндулла улын "Яугилде" колхозына рәйес итеп ҡуйғас, тыуған ауылы Ереккә күсеп ҡайталар. Рима Яугилде тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта башлай.

Татыу ғаиләлә 3 ир бала донъяға килә. Тормош иптәше вафат булғас, Рима аталарынан бәләкәй генә ҡалған малайҙарҙы уҡытып сығарып, оло тормош юлына баҫтырҙы. Өлкән улы Айнур, уртансыһы Раушан уҡып сығып, тормош юлдаштарын табып, хәҙерге көндә икешәр балаға атай булып, ҡалала йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Кесе улы Алмаз да Себер тарафтарында эшләү менән бергә юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем ала. Рима Мөхәмәт ҡыҙы ике ейән һәм ике ейәнсәргә өләсәй. Улар ҡунаҡҡа ҡайтһалар, тәмле аш-һыуҙары менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Балалары ла төрлө өй эштәрендә әсәләренә ярҙам итеп торалар.

Мәктәптәрҙе эреләтеү башланғас, Рима Бурлы урта мәктәбенә күсә, әле лә ошонда балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ҡайһы мәктәптә эшләһә лә үҙ бурысын урыны-еренә еткереп, яратып башҡара. Беҙҙең өсөн серҙәш, кәңәшсе лә, уңған, бөтмөр хужабикә лә ул. Йәй көндәрендә урам йәмләп күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, баҡса тултырып йәшелсәләр үҫтерә. Һәр ваҡыт өҫтәле тулы тәмле-татлы ризыҡтар була. Бурлыға йөрөп эшләһә лә, мал-тыуарын да ҡарарға өлгөрә. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашып, алдан әйҙәп йөрөй. Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары, Яңы йыл, 8 Март байрамдары, ағинәйҙәр менән бергә ойошторолған саралар ҙа уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Рима Мөхәмәт ҡыҙының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте Башҡортостандың мәғариф
алдынғыһы билдәһе, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Ул
ауылдаштарының ихтирамын, абруйын яулаған кеше. Ауылыбыҙҙа шундай кеше
йәшәүе менән ғорурланабыҙ.
Читайте нас: