+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2019, 12:00

Быуындар сылбыры дауам итә

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан быуындар сылбырын һаҡлаған районыбыҙҙа билдәле ижади шәхес, матбуғат ветераны (оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙә тәржемәсе булып эшләне), 50 йылға яҡын мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән төшмәгән актриса, һөйөклө әсәй, яратҡан өләсәй, ҡартөләсәй хаҡында һөйләмәксемен. Сәйетбаба ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн Красноусолда йәшәүсе Флүрә Садиҡова (Шәйәхмәтова) ул. Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы өс ул, бер ҡыҙға ғүмер биргән, 8 ейән-ейәнсәргә өләсәй булған, хәҙер иһә уның йәшәйешенә 9 бүлә-бүләсәре ҡыуаныс өҫтәй. 83-сө йәше менән барған Флүрә апай күп йылдар элек тормош иптәше Фәнил ағайҙы юғалтһа ла, үҙен яңғыҙ тоймай. Ҡыҙы Илүсәһе – ныҡлы терәге-таянысы, ейән-ейәнсәрҙәре лә ярҙамынан ташламай, йорто бүлә-бүләсәрҙәре тауышынан гөр килеп тора. Илүсә – Флүрә апайҙың уртансы балаһы. 35 йыл үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бүлексәһендә фельдшер булып эшләй, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, атлап түгел, йүгереп йөрөгән Илүсә заманында район данын яҡлаусы билдәле спортсы булды. Үҙе лә 4 балаға (бер ейән, өс ейәнсәр) өләсәй инде. Тормош иптәше Илдус менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Илүсә Фәнил ҡыҙының ҡыҙы, йәғни Флүрә апайҙың ейәнсәре – әсәһе кеүек спортта билдәлелек яулаған Виолетта (Гөлкәй) Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлаған, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер. Тормошҡа сығып, иптәше Фәнүр менән улы Ирек (8 йәш), ҡыҙҙары Амалия (5 йәш) менән Диананы (1,9 йәш) үҫтерә. Алда быуындар сылбыры хаҡында һүҙ булғайны. Флүрә апай - ҡыҙына, Илүсә - Виолеттаға, ә ул йәнә сабый ҡыҙҙарына яҡты донъя бүләк итеп, әсәйҙәрҙән тик ҡыҙҙарға тапшырыла килгән ҡан хәтерен дауам иткәндәр. Дүрт быуын - өләсәй – әсәй – ейәнсәр – бүләсәр. Кескәй ейәнсәрҙәргә лә быуындар сылбырын өҙмәй дауам итергә яҙһын!

Флүрә Аллабирҙе ҡыҙы өс ул, бер ҡыҙға ғүмер биргән, 8 ейән-ейәнсәргә өләсәй булған, хәҙер иһә уның йәшәйешенә 9 бүлә-бүләсәре ҡыуаныс өҫтәй. 83-сө йәше менән барған Флүрә апай күп йылдар элек тормош иптәше Фәнил ағайҙы юғалтһа ла, үҙен яңғыҙ тоймай. Ҡыҙы Илүсәһе – ныҡлы терәге-таянысы, ейән-ейәнсәрҙәре лә ярҙамынан ташламай, йорто бүлә-бүләсәрҙәре тауышынан гөр килеп тора.

Илүсә – Флүрә апайҙың уртансы балаһы. 35 йыл үҙәк район дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” бүлексәһендә фельдшер булып эшләй, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, атлап түгел, йүгереп йөрөгән Илүсә заманында район данын яҡлаусы билдәле спортсы булды. Үҙе лә 4 балаға (бер ейән, өс ейәнсәр) өләсәй инде. Тормош иптәше Илдус менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Илүсә Фәнил ҡыҙының ҡыҙы, йәғни Флүрә апайҙың ейәнсәре – әсәһе кеүек спортта билдәлелек яулаған Виолетта (Гөлкәй) Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлаған, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер. Тормошҡа сығып, иптәше Фәнүр менән улы Ирек (8 йәш), ҡыҙҙары Амалия (5 йәш) менән Диананы (1,9 йәш) үҫтерә.

Алда быуындар сылбыры хаҡында һүҙ булғайны. Флүрә апай - ҡыҙына, Илүсә -
Виолеттаға, ә ул йәнә сабый ҡыҙҙарына яҡты донъя бүләк итеп, әсәйҙәрҙән
тик ҡыҙҙарға тапшырыла килгән ҡан хәтерен дауам иткәндәр. Дүрт быуын -
өләсәй – әсәй – ейәнсәр – бүләсәр. Кескәй ейәнсәрҙәргә лә быуындар
сылбырын өҙмәй дауам итергә яҙһын!
Читайте нас: