+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2019, 14:15

Милләт рухын бәпләр ил инәләре

- Донъя күсәрен үҙ асылыбыҙға, аңлылыҡҡа, айыҡлыҡҡа, иманлылыҡҡа, рух йүнәлешенә борорға тип йән атып, ең һыҙғанып йөрөгән изге уйлы, аҡ күңелле ҡатындар ул беҙҙең ағинәйҙәр, - тигәйне республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева былтыр Бөрйән ерендә үткән оло йыйында. - Улар халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе тергеҙеп, киләһе быуынға тапшырайыҡ, быуындар бәйләнешен нығытайыҡ, тип, кемдеңдер күрһәтмәһе, бойороғо менән түгел, йөрәк ҡушыуы, күңел талабы, милли рух дәрте буйынса йөрөйҙәр. Уларҙың әүҙемлегенә, фиҙаҡәрлегенә, оҫталыҡтарына һоҡланырлыҡ.

Районыбыҙҙа ла Ағинәйҙәр ойошмалары эше бермә-бер йәнләнеп, киң ҡолас алды. Һәр ауылда тиерлек рухлы, әүҙем тормош алып барған ҡатындар бергә тупланып, әлегәсә сәхнәләрҙә генә күргән милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе тергеҙеү, боронғо ҡул эштәрен, йолаларҙы, уйындарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уны йәштәргә, балаларға өйрәтеү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәргә әхлаҡи тәрбиә биреү тәңгәлендә лә эшләйҙәр. Шуныһы һөйөнөслө, ағинәйҙәр сафына ҡушылыусылар артҡандан-арта бара. Йәш килендәр, һеңлеләрҙең дә тормош тәжрибәһе туплаған өлкәндәр менән бер төптән булып эшләүе икеләтә һөйөнөс.

Ағинәйҙәр үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамай, айҙың-айы бер ауылда оло байрам ойошторолоп, ул тәжрибә уртаҡлашыу, алда торған бурыстар хаҡында фекер алышыу, эш барышында тыуған проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү майҙанына әүерелә. Йыл башынан юлыҡтар (ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе - Суфия Юлыҡова) тотош район ағинәйҙәрен үҙҙәренә йыйып ошондай матур сара үткәргәйне. Был саранан барыбыҙ ҙа ауылдағы бөтә йәмәғәт ойошмаларының, мәҙәниәт йорто, мәктәп, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәтенең “Берҙәмлектә – көс” тип бер төптән эшләүҙәренә һоҡланып ҡайттыҡ. Райондағы берҙән-бер “Юлыҡ” территориаль йәмәғәт советы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл старостаһы, ағинәйҙәр ойошмаһы ауыл йәштәре менән берлектә эскелеккә ҡаршы ныҡлы көрәш алып баралар. “Һәйкәл - олатайҙарға, спорт майҙансығы – йәштәргә”, “Спорт паркы” проекттары менән ике йыл рәттән Рәсәй Президенты гранты алып, ауыл йәштәрен, балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән ҙур эш башлағандар. Боронғо йолаларҙы тергеҙеү, милли биҙәүестәр эшләү буйынса ағинәйҙәр үҙҙәре үҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр. Бөтә ошо сараларҙың уртаһында балаларҙың да ҡайнауы шатландыра. Әйткәндәй, ҡул эштәре күргәҙмәһендә уҡыусы ҡыҙҙар эшләгән селтәрҙәр ҙә бар ине.

Имәндәштәр (ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе - Рәмилә Мәхмүтова) иһә барса ағинәйҙәрҙе “Аллы-гөллө шәл-яулығым” тигән бик күркәм байрамға саҡырҙы. Был ауыл ағинәйҙәре әүҙемлеге, берҙәмлеге менән тотош республикаға билдәлеләр тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Бөгөн бындағы ойошмала 15 ағинәй булып, барыбыҙға ла һәр яҡлап өлгө булып торалар. Сираттағы байрамға ла төплө әҙерләнгәндәр: эшмәкәрлектәрен сағылдырған фотостенд та, ҡул эштәре күргәҙмәһе лә килеүселәрҙең барыһын да үҙенә йәлеп итте. Имәндәштәрҙең оҫталығына һоҡланмаған кеше булмағандыр. Ә ябай яулыҡ тураһында күпме мәғлүмәт алдыҡ! Борон өләсәйҙәр ябынған француз яулығында ғына ла 70 төрлө биҙәк бар икән. Яулыҡтарҙы заманса итеп төрлөсә ябынырға ла, шарф-палантиндарҙан жилет-сарафан, пончо тегергә лә өйрәттеләр. Күпме шиғыр-йыр ижад ителгән яулыҡ тураһында. Бында ла балалар сараның уртаһында булып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын, һөнәрҙәрен күрһәтте. Имәндәштәр әҙерләгән байрам сараһы ҡунаҡтар - Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәренә лә ифрат оҡшаны.

Билдәле булыуынса, тотош республика кимәлендә ағинәйҙәр ойошмалары милли йолалар, уйындар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кейемдәр, биҙәүестәрҙе тергеҙеү, һаҡлау һәм ошо ҡиммәттәребеҙҙе йәштәргә, балаларға еткереү менән бер рәттән онотолоп барған ҡул эштәрен, кәсептәрҙе, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙеү йүнәлешендә лә ҙур эш алып баралар. Ошо йәһәттән төрлө проекттар менән конкурстарҙа ҡатнашып, теге йәки был йүнәлеште үҫтереүгә Президент гранты алыусы райондар ҙа бар. Бөрйәндәр, мәҫәлән, ҡорама ҡорау буйынса “Донъя ҡораманан йыйыла” тигән проект менән конкурста ҡатнашып, 200 мең һумлыҡ грант алған. Районыбыҙ ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова сираттағы бер осрашыуҙа сигеү эштәре буйынса махсус программа төҙөп, ошо йүнәлештә эшкә тотонорға тәҡдим иткәйне. Имәндәштәр был тәҡдимде күтәреп алып, ошо арауыҡта тотош бер күргәҙмә ойошторорлоҡ сигеү өлгөләре әҙерләп тә өлгөргәндәр. Ниндәй генә биҙәктәр юҡ уларҙың ҡул эштәрендә. Улай ғына ла түгел, ауылдан-ауылға күсә килгән Ағинәйҙәр йыйынының үҙенсәлекле штандартын да уйлап тапҡан улар - ап-аҡ туҡымаға үҙ биҙәктәрен төшөрөп, ауылдың исемен сигеп, уны мартта бөтә ағинәйҙәрҙе үҙҙәрендә йыясаҡ Мәндемдәргә тапшырҙылар. Тимәк, был штандарт июндә үтәсәк йомғаҡлау сараһына тиклем райондың барлыҡ ауылдарын урап сығасаҡ.

Район ағинәйҙәренең барса эштәрен һанап бөтөрлөк тә түгел, улар ауыл тормошонда ҡайнап йәшәп, ауылдаштарын бергә йыйыу, аралаштырыу маҡсатында төрлө саралар уйлап табып ҡына торалар. Ватан ауылы ағинәйҙәре, мәҫәлән, үткән аҙнала Табын, Красноусол ағинәйҙәрен саҡырып, Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап “Етегән” байрамы үткәрҙе. Тәрбиәүи йәһәттән бик фәһемле, киң йөкмәткеле сара булды ул. Красноусол ағинәйҙәре быйыл 96 йәшен билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир, ысын аҡһаҡал Уйылдан ағай Шәрипов һәм уның йәмәғәте Хәфиҙә әбей менән осрашыуға барҙы.

– Әлегә тиклем ағинәйҙәр күберәк сәхнәлә йырлап-бейеп кенә йөрөйҙәрҙер тигәнерәк фекер йәшәй ине. Бөгөнгө саранан һуң был фекерем ҡырҡа үҙгәрҙе. Һеҙ ысын мәғәнәһендә милли ҡиммәттәр һағында тороусы, уларҙы балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә тапшырыусы, быуындарҙы тоташтырыусы, ил хәстәре менән янып йәшәүсе ысын ил инәйҙәре. Һеҙҙең барығыҙҙың да милли кейемдәрҙә, аҡ яулыҡта булыуығыҙ үҙе үк тәрбиә сараһы. Һеҙгә ҡарап күҙ ҡамаша, - тигәйне Имәндәш ауылында үткән йыйында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов. Ысынлап та, райондың барлыҡ ағинәйҙәре бергә йыйылғанда зал аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән аҡланға оҡшап ҡала. Бөгөн ағинәйҙәр хәрәкәте ныҡлы эш башланы. Әлегә уларҙың эшмәкәрлеген аңлап етмәгәндәр оҙаҡламай һәйбәт һөҙөмтәләрҙе күрер һәм аңлар, сөнки борон-борондан халҡыбыҙҙа ололар, өләсәйҙәр кәңәш биреп, йәш быуынды тәрбиәләгән, бик күп рухи ҡиммәттәребеҙ тап уларҙың ярҙамы менән беҙгә килеп еткән һәм беҙ, ағинәйҙәр, уны түкмәй-сәсмәй йәштәргә тапшырырға, быуындар сылбырын нығытырға тейешбеҙ.
Читайте нас: