Табип ярҙамына мохтаж булып килгән сирлеләрҙе һәр ваҡыт ентекләп,
иғтибарлап ҡарауы, асыҡ йөҙлө, йомшаҡ һүҙле булыуы, дөрөҫ дауалау
саралары билдәләп, фәһемле кәңәштәр биреүе менән күптәрҙең ихтирамын
яулаған ысын табип ул Мария Адольфовна. Хоҙайҙан дауалау һәләте бирелгән
ошондай табиптар күберәк булһын ине.