+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2019, 11:39

40 йылдан ашыу бер һуҡмаҡ буйлап

Буруновка Ял һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Гүзәл Рәхим ҡыҙы Тажиева һаман да йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән үҙ вазифаһын башҡара. 40 йылдан ашыу ғүмерен ошо эшкә бағышлаған ул. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының клуб саралары режиссеры бүлеген тамамлап, ҡулына диплом алған.

Буруновка ауылында Ғәзизә һәм Рәхим Тажиевтарҙың күмәк – 5 балалы татыу уҡытыусылар ғаиләһендә дүртенсе булып тыуып үҫкән ҡыҙ 7-се класҡа тиклем ауыл мәктәбендә белем ала. Артабан уҡыуын Әлшәй районының Раевка ауылында (апаһы ошонда йәшәгән) дауам итеп, ошонда урта мәктәпте тамамлай. Гүзәл хеҙмәт юлын 17 йәшендә генә башлай. Ауылға ҡайтҡан һәләтле ҡыҙҙы район мәҙәниәт бүлегенең элекке начальнигы Ғәлинур Ишмөхәмәтов (хәҙер мәрхүм) колхоз рәйесе менән берлектә ауыл клубына эшкә саҡыралар. Уға өмөт менән ҡараған ихтирамлы һәм “ҙур” кешеләрҙең ышанысын кире ҡаҡмайым тип, ризалаша һәм район мәҙәниәт йортона килеп эшкә өйрәнә, пландар менән таныша, кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, дәртләнеп эшкә тотона. Атаһы Рәхим Назар улы (Ишембай районы Әрмет ауылында тыуған), әсәһе Ғәзизә Хәйҙәр ҡыҙы (Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан була) үҙҙәре балалар йортонда тәрбиәләнгәнгәме, балаларының барыһын да күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап үҫтерәләр, һәр ҡайһыһын уҡытырға тырышҡандар. Гүзәлгә 3 йәш кенә саҡта Буруновка мәктәбе директоры булып эшләгән атаһы 44 йәшендә генә ҡаты сирҙән мәрхүм була. Әсәһе лә ҡыҙын яңғыҙын ҡалдырып, бер нисә йыл элек яҡты донъянан китә.

Уҡымышлылар нәҫеленән булған Тажиевтар ғаиләһендә иң өлкәне - Гүзәл Рәхим ҡыҙының ағаһы Ринат күп йылдар парторг, уҡытыусы булып эшләгән, Роза апаһы менән Риф ағаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнеп, тәүгеһе - баш бухгалтер, икенсеһе 1-се һанлы башҡорт гимназияһы директоры вазифаһын башҡарған, хаҡлы ялдалар. Рафаил энеһе генә йәшләй гүр эйәһе булған, былтыр Ринат ағаһын да юғалта.

Хәҙер инде мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында иң ҙур һәм иң бай тәжрибәгә эйә булған Гүзәл Тажиева заманында үҙе етәкләгән коллектив менән бихисап смотр-конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай килделәр. Клуб эшмәкәрлеге буйынса ла алдынғылар рәтендәләр. Буруновканың күп милләтле ауыл булыуын иҫәпкә алып, һәр ҡайһыһының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренә арнап уҙғарылған һәр төрлө сараларҙы, байрамдарҙы ҙур, күләмле итеп үткәрергә күнеккәндәр бында. 2016 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинары ла тап Буруновка ауылы мәҙәниәт йортонда үтеүе һәм районда “Иң яҡшы ауыл клубы” исемен йөрөтөүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Хужаһы ниндәй – йорто шундай, тигәндәй, етәксенең тынғыһыҙлығы, егәрлелеге, талапсанлығы һөҙөмтәһендә ауылдың мәҙәни усағы һәр саҡ ялт итеп, балҡып тора. Гүзәл Рәхим ҡыҙы йәш хеҙмәттәштәре менән үҙенең бай тәжрибәһен дә ихлас уртаҡлаша.

-Райондағы ауыл мәҙәниәт учреждениелары араһында иң беренселәрҙән булып беҙҙең клубҡа газ үткәрелде, артабан биләмәһе асфальтланды, - ти эшмәкәрлектәре менән таныштырып Г.Тажиева. - Элекке хеҙмәттәштәремдән Барый Хәмиҙуллин алыштырғыһыҙ художество етәксеһе – уң ҡулым булды, ауылыбыҙ һандуғасы Венера Рәхимованың моңло йырҙары һәр төрлө тамашаларҙы биҙәй ине, йыйыштырыусы Фәйрүзә Сәмиғуллинанан уңдым, ул бер ергә саң ҡундырманы. Китапханасы Ольга Мәхийәнова, художество етәксеһе булып Клара Рәхмәтуллина матур итеп эшләп йөрөй, - ти ул.

Бына шулай дүрт тиҫтәнән ашыу йыл инде Гүзәл Рәхим ҡыҙы көн дә дәртле
аҙымдары менән таныш һуҡмаҡтар буйлап яратҡан эшенә ашыға.
Читайте нас: