+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2019, 14:11

Һау бул, һалҡын ҡыш, һаумы, яҙ!

Уҙған ял көнө һауа торошо бигүк һөйөндөрмәһә лә, район хакимиәте бинаһы алдындағы М.Ғафури майҙаны шат тауыштарҙан гөрләп, ҡышты оҙатыу – Масленица байрамына йәшен-ҡартын йыйҙы. Был байрам, йола буйынса, христиандарҙың ҙур ураҙаһы алдынан уҙғарыла.


Майлы ҡоймаҡ байрамында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләне. “Иң матур ҡоймаҡлы өҫтәл” конкурсында Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йорто еңеү яуланы, өҫтәлдәрен тиҫтәгә яҡын төр ҡоймаҡ менән биҙәгәндәр. Яугилде-Бурлы ауыл клубтарына – 2-се, мораҡтарға 3-сө урын бирелде. Биҙәлгән самауырҙар конкурсында Ташлы мәҙәниәт йорто – 1-се, Табын мәҙәниәт йорто – 2-се, яңғыҙҡайындар 3-сө урын яуланы. Масленица ҡарасҡыһы конкурсында табындар - 1-се, мораҡтар – 2-се, үҙәк район дауаханаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Яңғыҙҡайын менән Ташлы мәҙәниәт йорттары эшләп килтергән ҡарасҡылар ҙа номинацияла бүләкләнде. Байрамға үҙәк район дауаханаһы ҙур бәлеш әҙерләп килтереп, “Иң тәмле бәлеш” номинацияһында бүләккә лайыҡ булды. “Иң бай ассортимент” номинацияһына “Ғафури” ҠЙ-е, “Үҙенсәлекле өҫтәл” номинацияһына “Фомин” ШП-һы лайыҡ булды.

Һәр төрлө конкурстар, бүләкләүҙәр бик күп булды байрамда. Берәүҙәр ҡоймаҡ тураһында таҡмаҡтар йырлап, бәғзеләр гер күтәреп, үҙ көсөн һынап ҡарап, бүләк алды. Балалар өсөн Балалар ижады үҙәге методистары төрлө уйын-ярыштар ойошторҙо. Арҡан тартышы ла һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Теләүселәр егеүле ат кашауайына ултырып “сәйәхәт ҡылды”, кескәйҙәр каруселдә өйөрөлөп ҡыуанды.

Байрамда ҡатнашыусылар “Землячки” ветерандар халыҡ хоры башҡарған
йырҙарҙы һәм башҡа концерт номерҙарын ҡарап кинәнде. Ҡышты оҙатыу
байрамы Масленица ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.
Читайте нас: