+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2019, 12:39

Яҙ кәйефе бүләк иттеләр

Яҙҙың иң тәүге байрамдарының береһе булған 8 Мартты һәр кем көтөп ала. Көтмәҫлек тә түгел шул. Был байрамда гүзәл заттарыбыҙ сәскәләргә күмелә, үҙҙәренең ҡәҙерле кешеләренән ҡотлау һүҙҙәре ишетеп ҡыуана, бүләктәр алып һөйөнә. Ошо Яҙ һәм Наҙ байрамы алдынан район мәҙәниәт һарайында ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бай йөкмәткеле концерт ойошторолғайны.

Фойела Красноусолдан Марина Рудкевич, Смирновтар ғаиләһенең, ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең ҡул эштәре ҡуйылып, улар ҡатын-ҡыҙ ҡулы ниҙәр генә эшләмәүенә тағы бер тапҡыр һоҡландырҙылар.

Байрам концерты Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының күмәк йыры менән башланып, сығыштан һуң залда ултырыусыларға тере ләлә сәскәләре таратыуҙары ла тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе. Алып барыусылар ҡотлау өсөн беренсе һүҙҙе район Советы рәйесе Зөфәр Хафизовҡа тапшырҙы. Ул сараға йыйылыу-сы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы. Был ҡотлауҙарға социаль хеҙмәткәр Рәйсә Ғөбәйҙуллина, “Һаулыҡ” торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесе Татьяна Старицына, Үзбәк ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе Йомабикә Бәшәрова, билдәле эшҡыуар Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, Йөҙимән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ишбулдина, Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығының кадрҙар буйынса белгесе Гүзәл Хурамшина лайыҡ булды.

Байрам сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлап, йылы, матур теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн район ветеринария станцияһы бухгалтеры Лилиә Ҡаһирова, ветеринар табиптар Елена Новикова һәм Марина Трофимоваға республика Ветеринария идаралығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри оҫталыҡтары өсөн район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән Красноусол Үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге шәфҡәт туташы-анестезист Лира Шафиҡованы, ауыл хужалығы өлкәһендә юғары етештереү күрһәткестәре булған эшҡыуар Гөлнар Вәғизованы, һәр эшкә яуаплы ҡараған “Мәҙәниәт бүлеге”нең методик бүлек етәксеһе Әлиә Торопкинаны, “Изгелек шишмәһе” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге социаль хеҙмәткәре Людмила Чернованы, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы Флорида Хоҙайбирҙинаны бүләкләп үтте.

Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина ла район тормошонда сағыу хеҙмәт күрһәткән Гөлназ Маннанова, Альбина Ғәзизова, Татьяна Пискунға Рәхмәт хаты тапшырып, барлыҡ гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы.

Ә инде КБГИ-ның уҡыусы малайҙар төркөмө (етәкселәре Ф.Ғәлин) һәм ҡыҙҙар (Г.Бәширова) башҡарыуындағы “Әсәйем”, Фәнзил Ғәлин менән Хызыр Нәзировтың әсәйҙәргә бағышланған йырҙары һәр кемдең күңеленә матур бүләк булып ағылды. Иң бәләкәс Заһиҙа Ҡотдосованың (А.Буранова) “Ҡорама” бейеүе, шулай уҡ “Эксклюзив” өлкәндәр төркөмө (О.Кирдеева) ҡыҙҙарының, “Быҙыбыт” уртансылар төркөмөнөң татар шаян бейеүе (И.Хәбибуллин), Эльвина Мөхәмәтованың “Һомай ҡош” (И.Хәбибуллин), “Төлкәҫ” (А.Буранова) бейеү ансамбленең бейеүҙәре йөрәктәрҙе елкендерҙе, Сергей Князевтың саксофонда уйнауы, “Хазина” фольклор ансамбленең (З.Зәйнешева), “Перевал” вокал-инструменталь ансамбленең һоҡланғыс сығыштары барыһының күңеленә хуш килгәндер. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре матур итеп әҙерләгән байрам концерты ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арындырып, байрам кәйефе бүләк итте. Алып барыусыларҙың: “Һәр бер ҡатын-ҡыҙға Хоҙай һаулыҡ, именлек насип итеп, ир-егеттәр уларға матур сәскәләрҙе, иң матур һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт бүләк итеп торһон”, тигән теләктәр менән тамамланды был сара.
Читайте нас: