-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2019, 17:27

Ауыл йәме нимәлә?

“Ауыл йәме нимәлә?” - тигән һорауға мин былай тип яуаплар инем: - ул балаларҙың гөрләшеп мәктәпкә барыуында, сыр-сыу килеп урамда уйнауҙарында.


Үткән йәй уңған, бер эштән дә ҡурҡмаған кешеләрҙе табып эшкә тотондолар. Ғәлинур Нафиҡов, Рәшит Хәсәнов, Фәнис Сәфиуллин менән бергәләп, янғындан ҡалған буш урынды таҙартып тәртипкә килтерҙе. “Урожай” крәҫтиән хужалығы техника менән ярҙам итте. Ауыл кешеләре лә ярҙамға килде. Бына, ниһайәт, төҙөлөш тамамланып, февралдең ҡояшлы бер көнөндә, хоккей майҙанын асыу тантанаһы булды. Ауылдың имам-хатибы Фәнис Сәфиуллин был матур байрамға үҙ фатихаһын биреп, изге теләктәрен әйтте. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов байрам менән ҡотлап хоккей майҙанын төҙөүҙә иң әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Киләсәктә был урында волейбол, футбол уйындары өсөн дә ҙур спорт майҙаны төҙөү пландары менән уртаҡлашты.

Рауил Солтанморатов үҙ сиратында инициатив төркөмгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:

– Быйыл Бурлы мәктәбе асылыуға 80 йыл тула. Был хоккей майҙаны балалар өсөн ҙур бүләк. Киләсәктә Бурлы мәктәбенән дә билдәле хоккейсылар сығыр тип өмөтләнәйек, - тине ул. “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов та байрамға буш килмәгән, балаларға хоккей таяҡтары һәм шайбалар бүләк итте. Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Илгиз Абдрахманов ике команда кейенеп уйнарлыҡ хоккей униформалары, шайбалар алып ҡайтҡан. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан әтиҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан Рөстәм Нафиҡов та күңелле уйын-дар теләп, музыкаль үҙәк бүләк итте.

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре был тантанаға бик матур әҙерләнгән, матур йырҙар башҡарып, ҡайнап ултырған самауырҙан эҫе сәй, тәм-томдар менән ҡунаҡтарҙы һыйланы.

Тантаналы өлөштән һуң өлкәндәр һәм балалар араһында беренсе уйын уҙғарылды. Уйынсыларҙы ҡотлап, Раушания Мифтахова һәм Наилә Шәрипова лә үҙ бүләктәрен тапшырҙы.

- Беҙҙең мәктәп элек-электән үҙенең оҫта волейболсылары менән дан тотто. Хәҙер хоккейҙы ла яҡшы итеп уйнарға өйрәнергә инде, – тине фекерҙәре менән уртаҡлашып физкультура уҡытыусыһы Илшат Ғәбдиев.

Эйе, йөрөгән таш шымара. Уйнаған һайын оҫталыҡ та килер, спорттың ниндәй төрө менән шөғөлләнһәң дә - ул сәләмәтлек. Ә сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауылыбыҙҙың йәме, киләсәге насар ғәҙәттәр менән мауыҡмаған, сәләмәт тормош алып барған аҡыллы, тәртипле балалар ҡулында.


Читайте нас: