Ошо ваҡыт арауығында балаларҙың ата-әсәләр, уларҙы алыштырыусы кешеләр оҙатыуынан тыш йәмәғәт урындарында (урамда, стадион, майҙансыҡтарҙа, парктарҙа, вокзалдар биналарында һәм биләмәләрендә һ.б.) йөрөүе тыйыла. Әгәр бала билдәләнгән ваҡыттан һуң урамда тотола икән, ата-әсәләр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уларға протокол төҙөлә һәм административ штраф һалына. Был хәл тағы ҡабатланһа, штраф күләме арттырыла.
Шулай уҡ административ саралар балалар үҙҙәре генә булған төнгө ваҡытта эшләгән объекттар хужалары – юридик шәхестәргә лә ҡаралған. Был сикләүҙәр байрам, ял һәм каникул көндәрендә лә үҙ көсөндә ҡала. Закондың үтәлешен эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре контролдә тота.