Был шиғыр юлдары беҙгә лә тура килә. Уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Юныс ҡыҙы Батталова әсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙ тигәс, дәртләнеп әҙерләнергә тотондоҡ. Күмәк һәм парлы бейеүҙәр, әсәйҙәр тураһында матур йырҙар, бай йөкмәткеле шиғырҙар матур концерт булып ойошто. “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йырын башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлап әсәйҙәрҙе таң ҡалдырҙыҡ.
Класс сәғәтендә Нәфиҙә Хәкимованың “Әсәй була бер генә” пьесаһын ҡарағайныҡ. Ул беҙгә бик оҡшаны, әсәйҙәргә лә күрһәтергә булдыҡ. Беребеҙ ҙә ситтә ҡалманы, тиҙ генә һүҙҙәрен ятлап, костюмдар булдырып, бына тигән тамаша әҙерләнек. Һәр уҡыусы үҙенең актерлыҡ һәләтен күрһәтеп, әсәһен шатландырҙы.
Хеҙмәт дәресендә уҡытыусыбыҙ Әлфиә Әлтәф ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән әсәйҙәргә бүләккә аппликациялар һәм беләҙектәр эшләнек, әсәйҙәрҙең портреттарынан “Әсәйем-ҡояшым” тигән композиция төҙөнөк. Байрам көндө әсәйҙәр үҙҙәренең портреттарын түрҙә күреп шатланды.
Был көндө мәктәп гөр килеп торҙо. Сара әсәйҙәр килтергән тәмлекәстәр менән сәй эсеү һәм күңелле фотосессия менән тамамланды. Тышта ҡояш көлә, әсәйҙәрҙең йөҙҙәре лә ҡояш кеүек балҡый ине.