Бәйгелә ҡатнашҡан 10 ҡыҙ «Танышайыҡ», «Нәфис һүҙ оҫтаһы», «Ижади оҫталыҡ», «Бейеү», «Йыр бәйгеһе», «Мода күрһәтеү» кеүек ярыш төрҙәрендә маһирлыҡта, отҡорлоҡта, уңғанлыҡта көс һынашты.
Үҙеңде танытыу, танышыу күренеше бик йәмле булды – һылыуҡайҙар ҡунаҡтар өсөн мәғәнәле һәм зауыҡлы тамаша тәҡдим итә алды.
Ҡыҙ һылыулығының мәртәбәһе уның йыр-моңға, бейеүгә һәләтлелеге менән тағы ла күтәрелә. Заманса һәм башҡорт, йыр, бейеү йәки бәпәй йоҡлатыу тиһеңме – барыһы ла күңелдәргә хуш килде.
Шиғыр һөйләү бәйгеһендә башҡорт шағирҙарының тыуған ил, туғанлыҡ хисе, изге әсәй, тыныслыҡ төшөнсәләренә бағышланған шиғырҙары яңғыраны.
Ҡыҙҙар бәйгеһендә мотлаҡ була торған мода күрһәтеү конкурсы ла үҙенсәлекле булды. Ҡыҙҙар-йондоҙҙар жюри иғтибарына әсәйҙәр ярҙамында әҙерләнгән киске күлдәктәр тәҡдим итте, подиумда йөрөп күрһәтте.
«Өйгә эш»те әҙерләүгә лә етди ҡараған һылыуҡайҙар. Һәр береһе әсәһе менән өйҙә әҙерләгән ҡул эшен тәҡдим итте. Жюри ағзалары (әйткәндәй, малайҙарҙың әсәләре) конкурсанттарҙың төрлө һөнәрҙәргә маһирлығын, ҡул оҫталығын, эшһөйәрлеген, егәрлелеген баһаланы.
Үҙҙәренең хыялдары, маҡсаттары менән дә уртаҡлашты ҡыҙҙар.
Конкурс һөҙөмтәләренә килгәндә, яҙҙың үҙе кеүек наҙлы ла, сағыу ҙа, яғымлы ла ҡыҙҙарҙың һәр береһе приз-лы урынға лайыҡ булды. «Әҙәплелек» номинацияһына Диана Ғәзизова лайыҡ булһа, «Изгелек» исемен Риана Ғәзизова яуланы. «Һомғоллоҡ» номинацияһы менән Альбина Ғәлина билдәләнде. Розалия Ишмырҙина «Күркәмлек» номинацияһында еңеүсе булды. Йөҙөнән мөләйемлек төшмәгән Нәркәс Йәнешева «Иң матур йылма-
йыу» өсөн бүләкләнде. «Гәлсәр тауыш» исемен Наҙгөл Латипова яулаһа, үҙен бейеүсе итеп танытҡан Дарина Мурзина «Оҫта бейеүсе» булып сыҡты. «Асыш» номинацияһына Альбина Фәттәхова лайыҡ булды. Бәйгелә ҡыйыу ҡатнашҡан Айзилә Фәхретдинова «Сая ҡыҙ» булып танылды. Үҙен лайыҡлы күрһәтә алған Рәлинә Шәһиева «Һөйкөмлөлөк» өсөн билдәләнде.
Ҡыҙҙарға уңыштарға өлгәшергә ярҙам итеүсе педагог Люциә Рәсүл ҡыҙы Ғәниева күркәм сараны ойоштороп матур итеп алып барҙы. «Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең», – тигән халҡыбыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ аҡыллы, тәүфиҡлы, бәхетле булып, ата-әсәһе, тыуған төйәгенә игелекле бала булып, алдағы тормошта ил инәһе, милләт әсәһе тип баһаларлыҡ шәхестәр була күрһен.