+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2019, 17:29

Иғтибар итегеҙ, ташҡын!

Алда йылдың иң көсөргәнешле һәм яуаплы миҙгеле – граждандарға ла, хужалыҡ итеү субъекттарына ла байтаҡ мәшәҡәт тыуҙырыусы яҙғы ташҡын мәле тора. Быйылғы ҡыш үткән йылдағынан күпкә ҡарлыраҡ булды. Ташҡын ниндәй булыры иһә һауа торошона бәйле.

БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡтар, ойошмалар етәкселәрен ташҡын осоронда экологик йәһәттән хәүефле булған объекттарҙың (автозаправка станциялары, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама һәм ағыулы химикаттар келәттәре, таҙартыу ҡоролмалары, тиреҫ һаҡлағыстар, һарҡынды йыйыу урындары), шулай уҡ һыу баҫа торған урындарҙағы ҡоролмаларҙың әҙерлегенә ныҡлы иғтибар итергә саҡыра. Ҡар иремәҫ элек биләмәләрҙе таҙартып сығырға, ташҡын осоронда экология талаптарын үтәүҙе тәьмин итергә кәрәк.

Экологтар алдында торған төп бурыс – һыу объекттары бысраныуға юл ҡуймау. Мартта хужалыҡтар етәкселәренә ташҡын осоронда етештереү һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттарын ышаныслы, өҙөклөкһөҙ эшләтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ғәмәлгә ашырып бөтөргә һәм ҡоролмаларҙың, коммуникацияларҙың техник торошон ведомство тикшереүҙәре уҙғарырға кәрәклеген иҫкәрткән хаттар ебәрелде.

Район халҡына ҙур үтенес: һыу ятҡылыҡтарының яр буйы һыҙаттарын көнкүреш сүп-сарынан таҙартығыҙ һәм һыу һаҡлағыс зоналарҙы бысратыуға юл ҡуймағыҙ.

Шуны ла хәтергә төшөрәбеҙ, һыу объекттарын һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған һәм һыу баҫа торған зонала хужалыҡ итеү һәм башҡа эшмәкәрлек алып барыу тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Ташҡын мәлендә экологик хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау буйынса етди саралар күрелеренә ышанғы килә.
БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы.
Читайте нас: