Бының өсөн телевизорға һанлы приставка һатып алырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда Архангел, Березовка, Героевка, Дмитриевка, Ерекле, Яңы Заһит, Иҡтисад, Игенйылға, Ҡотлоғужа, Цапаловка, Ҡурғашлы, Мәндем, Үрге Ташбүкән,Түбәнге Ташбүкән, Яңы Әлдәшле, Яңы Ҡарамыш, Новосеменовка, Пчелосовхоз, Суходол, Ташлы, Толпар, Убалар ауылдары һанлы телетапшырыуҙар зонаһынан ситтә ҡала. Уларҙа йәшәүселәргә спутник антенналары һатып алырға тура киләсәк. Антенна алыуҙа льготалы категорияға ҡараған граждандарға: пенсияһына федераль өҫтәлмә түләү алыусыларға һәм балалар пособиеһы алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ҡаралған. Бының өсөн үҙегеҙ йәшәгән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Район хакимиәтендә был мәсьәләне район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.М.Кирамова контролдә тота.