Уны үткәреү тураһында республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тормош иптәше, ойоштороу комитеты рәйесе Каринэ Хәбирова белдерҙе. Акция сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында видеороликтар төшөрәсәк. Улар нигеҙендә уникаль видеойылъяҙма булдырыласаҡ.