+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 13:38

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр байрамдарын билдәләне

Күптән түгел районыбыҙҙың коммуналь хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт һарайына йыйылып, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Хәбибуллина, Ҡадир Ишбулдин башҡарған йырҙар, Сергей Князевтың саксофон моңдары менән асылған сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Динар Ғәлимов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев, “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы начальнигы Илдар Ҡолбахтин ҡатнашты.

Сара барышында етәкселектең уҙған йылғы эшмәкәрлектәре буйынса сығыштары тыңланды. “ТВС” МУП-ының беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Н.Соколова предприятиеның коллектив килешеүе менән таныштырҙы. Ике предприятиеның да бер төркөм иң алдынғы хеҙмәткәрҙәре район Советының, район, Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәттәренең, предприятиеларҙың Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова мәҙәниәт һарайының фасады емереклектәрен бөтөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән “ТВС” МУП-ы коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, байрамдары уңайынан бүләкләп үтте. Байрам сараһын Эльвира Насирова менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.


Читайте нас: