+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2019, 13:43

Компенсация түләнә

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан телевизорға һанлы приставка һатып алыу өсөн компенсацияға ғаризалар ҡабул ителә.

Уның күләме 1 мең һумға тиклем. Компенсацияны алыуға ике категория граждандар хоҡуҡлы:

- пенсияларына федераль өҫтәлмә алыусылар;

- балаға айлыҡ пособие алыусы аҙ килемле балалы ғаиләләр.

Компенсация 2019 йылда һатып алынған приставкалар өсөн генә бирелә. Льготалы категорияға ингән граждандар тейешле документтар һәм һанлы приставканы һатып алған чек менән райондағы Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 а, телефон:

8 (34740)2-13-21) мөрәжәғәт итә ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте министрлыҡтың http://mintrudrb.ru/press/news/20411/ сайтында табырға була.


Читайте нас: