+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 18:55

Алтын туйҙар була бер генә

Пар ҡанатлы булып, алтын туйҙар үткәрер көнгә тиклем ғүмер кисереү бәхетле парҙарға ла, уларҙың балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм барса яҡындарына ла бик мөһим, шатлыҡлы ваҡиға булып тора. Шундай ҡыуаныслы миҙгелдәрҙе кисереүсе ғаиләләр менән осрашыу күптән түгел район ЗАГС бүлегендә уҙғарылды.

БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альмира Солтанова етәкселегендә республика ЗАГС бүлектәре начальниктарының күсмә кәңәшмәһе сиктәрендә ошо көндәрҙә алтын һәм көмөш туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары тәбрикләнде. Тантаналы кисәгә татыулыҡта 50 йыл бергә йәшәгән Үтәк ауылынан Хәлимә Вафа ҡыҙы менән Зилфәр Әхмәт улы Бохаровтар, Ибраһимдан Зинаида Даниловна менән Флүр Ғатаулла улы Садиҡовтар, 25 йыллыҡ – көмөш туйҙарына килеп еткән Красноусолдан Лена Рәшит ҡыҙы менән Илмир Әмир улы Ғәйфуллиндар саҡырылғайны.

Сараны алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина тантана барышында һәр ғаилә менән айырым таныштырып үтте.

Ибраһим ауылында йәшәүсе Зинаида менән Флүр Садиҡовтар 2 баһадир улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар, 5 ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәһенең шатлыҡ-ҡыуанысы. Ғаилә башлығы 40 йылға яҡын ғүмерен колхозда механик һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтай. Ә Зинаида Даниловна Ибраһимға килен булып төшкән. Бөрө ҡалаһында фармацевт һөнәрен үҙләштереп, йүнәлтмә буйынса Еҙем-Ҡаранға эшкә килеп, ошонда ғүмер юлдашын осрата һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса килгән ерендә ҡала. Башта дарыуханала - фармацевт, артабан ауыл Советында белгес булып эшләп, пенсияға сыға.

Районыбыҙҙың йәнә бер күркәм ғаиләләренең береһе – Хәлимә менән Зилфәр Бохаровтар. Бәләбәй педучилищеһын тамамлаған 19 йәшлек Хәлимә йүнәлтмә буйынса Үтәк ауылына уҡытыусы булып эшкә килә. 41 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” тигән юғары наградаға лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. Зилфәр Әхмәт улы 45 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булып, “Егән” колхозында комбайнсы, механизатор булып эшләп, пенсияға сыға, хаҡлы ялға туҡтағас та тик тормай, колхоз умарталығында эшләй. 3 бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн 4 ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе улар.

Көмөш туйҙарын билдәләгән Ғәйфуллиндар: Лена – “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Илмир – 74-се янғын часында янғын һүндереүсе, 2 улдың атай-әсәһе.

Ғаилә юбилярҙарын ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов килде. Фәнзил Фәйез улы бындай сараларҙы яңы ғына барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләрҙе саҡырып, киң масштаблы итеп үткәрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғаилә ныҡлығын һәм ғаилә ағзалары араһындағы матур мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙы күҙ уңында тотоп, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ ошондай ғаиләләр миҫалында уҙғарылған байрамдарҙың тәрбиәүи роле ғәйәт ҙур булыуын билдәләне. Һәм “алтын” парҙарға тәбрик һүҙҙәрен еткереп, БР Башлығы Ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Көмөш туйҙарын билдәләүсе ғаилә лә үҙҙәренә тәғәйен бүләкте алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Ғаилә парҙарын шулай уҡ БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альмира Солтанова, район ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина, балалары ҡотланы. Юбилярҙар ЗАГС бүлегенең Почет кенәгәһенә ҡултамғаларын ҡуйҙы, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Иҫтәлекле кисә район мәҙәниәт һарайы артистары Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлиндың, Эльвира Насирова менән Хызыр Нәзировтың дуэттары, йыр-моңдары менән үрелеп барҙы һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: