+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 18:48

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалмай

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” төркөмөндәге битендә мөрәжәғәттәр баҫылыуын дауам итә. Күптән түгел унда Айгулина Матвеева: “Ғафури районының Яңы Ерек ауылынан Үзбәк ауылына боролған ергә тиклем юл бик насар хәлдә, бөтөнләй йөрөрлөк түгел. Берәй сара күрһәгеҙ ине”, - тип мөрәжәғәт иткәйне.

Был һорауға район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов:
“Был юлдың торошо өсөн “Башкиравтодор” акционер ойошмаһының Ғафури Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы яуап бирә. Юл япмаһын төҙөкләндереү – ҡырсынташ, ҡом түшәү эштәре 2021 йылға планлаштырылған”, тигән яуап бирҙе.
Данилия Ғөбәйҙуллина ошо уҡ төркөмдә:

“Үзбәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына мемориаль комплекс төҙөргә уйлайҙар. Обелиск төҙөргә ярҙам итегеҙ”, - тип яҙған.

Был мөрәжәғәткә район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙовтың яуабы:

“Ысынлап та, 2019 йылдың 17 авгусында һеҙҙең
ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә. Ауыл халҡының инициативаһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға яңы стела төҙөү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Тауыш биреү юлы менән уны ауыл халҡының һәм ошо ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең аҡсаһына төҙөргә тигән ҡарар ҡабул ителде. Район хакимиәте юлдарҙы һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтәсәк”.


Читайте нас: