+7 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
2 Апреля 2019, 09:44

Тел мәсьәләһенә арналды

25 мартта Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында Рәсәй аҫаба халыҡтары телдәренең халыҡ-ара йылына арналған “Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли ғорурлығы” исемле “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Уның эшендә РФ Президенты ҡарамағындағы Советтың “Гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау комитеты” төбәк-ара йәмәғәт мәрхәмәтлек ойошмаһы рәйесе Андрей Бабушкин ҡатнашты. Форум сиктәрендә республикала тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм уның төп үҫеш юлдары күҙалланды. Шулай уҡ сығыштар милли матбуғатҡа, мәғарифтағы этно-мәҙәни компонентҡа, күп этник составлы Башҡортостанда рус теленә арналды. Форумда ҡатнашыусылар телдәрҙең үҫеше һәм уларҙы һаҡлау буйынса проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне.


Читайте нас