+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2019, 18:03

Үҙгәрештәр - еңеүҙәргә йүнәлештәр

Билдәләнгән ваҡытҡа район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һиҙиәт улы Зәйнетдинов һәм район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов килеп етеп, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы йыйылышын башлап та ебәрҙеләр. Биләмәгә ҡараған яҡын-тирә ауылдарҙан да байтаҡ кеше килгәйне.

Көн тәртибендә ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайына яңы ағзалар һәм үткәреләсәк район башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләһе торһа ла, бик күп йылдар вәғәҙә ителеп тә, хәл ителмәгән мәсьәләләр бу-йынса Рәшит Сәйетгәрәй улына һорауҙар яуҙы ғына: һаулыҡтарын ҡайғыртҡандар - ятаҡ һәм "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте ҡасан асылыр, эшләп торған банк бүлексәһе ни өсөн ябылды, шәхси дарыуханаларҙа ҡиммәтселек булыуына зарланды.

Әйтергә кәрәк, Рәшит Сәйетгәрәй улының урындағы халыҡ менән йылы мөнәсәбәте яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Ул ялған вәғәҙәләр биреп халыҡты ымһындырманы. Район һәм

республика бюджетынан күләмле ярҙам кәрәклегенә баҫым яһап, ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡ менән бер төптән егелеп, берҙәм һәм әүҙем эшләһәләр генә уңыштарға өлгәшеп буласағын төшөндөрҙө.

Фаил Һиҙиәт улы йәштәрҙе үҙе менән таныштырыуҙан башлап:

- Бала саҡтан уҡ йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнап сыныҡтым. Октябрят, пионер, комсомол ойошмаларында етәксе булдым, - тине һәм хәҙерге йәштәрҙе лидерлыҡ сифаттарына эйә булырға саҡырҙы.

«Алтылағы алтмышта» тигәндәй, районыбыҙҙа уны хеҙмәт яратыусы, намыҫлы ир-уҙаман, йәмәғәтсе итеп беләләр. Ҡоролтай рәйесе итеп һайлап яңлышмағандар, әле лә үҙ сығышында ҡулынан килгәнсә халыҡҡа хеҙмәт итәсәген ышандырҙы. Ул һорауҙарға ихлас яуап биреп, ҡайһыларын яҙып алып, ярҙам итәсәген белдерҙе.

Урындағы ауыл биләмәһенән башҡорт ҡоролтайына тиҫтәләгән яңы ағза һайланды һәм үтәсәк район башҡорттары ҡоролтайына байтаҡ ҡына делегаттар ҡатнашасағы асыҡланды.

Эшлекле, фәһемле йыйылыштағы һөйләшеүҙәр ауыл халҡын берләштерә. Ауылдарҙа киң таралып тамыр йәйгән эскеселеккә, төрлө иҫерткестәр менән һатыу итеүсе әҙәмдәргә ҡаршы бер булып көрәшергә юл күрһәтә.

Һүҙһеҙ, урындағы башҡорт ҡоролтайына һайланған кешеләр тәрбиәле, өлгөлө булыуы шарт, сөнки улар йәш быуынды үҙҙәре тәрбиәләшә бит. Әйткән һүҙе үтемле, тәрбиә алырлыҡ булһын. «Кеше үҙенең телен тыя белмәй тороп, бөйөк эштәр башҡара алмай», - тип әйтке килә. Йәмәғәт урындарында, хатта урам буйлап китеп барғанда ла кешенең тәрбиәле, әҙәпле, тотанаҡлы икәнен белеп була.

Шулай, матур яҡҡа үҙгәреп, район башҡорттары ҡоролтайы эшен йәнләндереп, унан ыңғай үҙгәрештәр көтәйек.


Читайте нас: