+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 11:01

Дәррәү сыҡтыҡ өмәгә

Бөтә республикала үткән тәүге экологик өмәлә Ғафури районы ла әүҙем ҡатнашты. Райондың 16 ауыл биләмәһендә 4199 кеше урамдарҙы, юлдарҙы, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты һәм тәртипкә килтерҙе. Өмәгә 63 берәмек техника йәлеп ителгән, 256 тонна сүп-сар сығарылған, 257 м2 юл япмаһы ремонтланған. 26 туҡланыу урыны эшләгән.


Өмәселәр үҙ ҡулдары менән барлыҡҡа килтергән матурлыҡтан, таҙарып, күркәмләнеп ҡалған урам-ихаталар күренешенән, яҙғы саф һауанан күңелдәренә дәрт-дарман, ҡәнәғәтлек тойғоһо алып таралышты.


Читайте нас: