+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 14:28

Алға ҡуйып аныҡ бурыстар

Красноусолда үтәсәк Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы алдынан уның рәйесе вазифаһына күптән түгел генә һайланған Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Фаил Һәҙиәт улы, яңы вазифала эште нимәнән башланығыҙ?

- Тәү сиратта, мине ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына тәҡдим итеүҙәре өсөн башҡарма комитет ағзаларына, район етәкселегенә рәхмәт әйтер инем. Бөгөнгө көндә ҡоролтайҙар эшмәкәрлегенә ныҡлы иғтибар бирелә, алдыбыҙға мөһим бурыстар, яңы талаптар ҡуйыла. Әлбиттә, был эштә башҡарма комитет ағзаларының да эшлекле тәҡдимдәре, әүҙемлеге кәрәк. Минең район Советында туплаған эш тәжрибәм яуаплы вазифаны башҡарыуға ярҙам итер тип ышанам.

Эште ауыл биләмәләрендә ҡоролтайҙың тәү ойошмалары – урындағы ҡоролтайҙар булдырыуҙан башланыҡ. Еҙем-Ҡаран, Ташбүкән, Красноусол ауыл биләмәләрендә ҡоролтайҙар уҙғарылып, башҡарма комитет ағзалары һәм етәкселәре һайлап ҡуйылды. Ошондай уҡ эш Ташлы ауыл биләмәһенә ҡараған Мәндем ауылында ла башҡарылды. Был йыйылыштарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш, башҡорт телен уҡытыу, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү кеүек һорауҙар ҡаралды, район ҡоролтайына делегаттар һайланды.

- Ҡор башлығы булараҡ йәмәғәт эше лә өҫтәлгәндер һеҙгә...

- Эйе, рәйеслек иткән 2 ай эсендә бик күп сараларҙа ҡатнашырға өлгөрҙөм. Районыбыҙҙың билдәле шәхестәре: шағир Фәрғәт Ғәлиндың ижад кисәһендә, ғалимә Зөләйха Хәбибуллинаның, шағир Кәрим Булаттың юбилей кисәләрендә булып, башҡарма комитет исеменән Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙым. Ағинәйҙәр ойошмаһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Уларҙың халыҡ араһында алып барған йоғонтоло һәм һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт еткерге килә.

- Күптән түгел булып үткән ултырышта нимәләр ҡаралды?

- Район башҡорттары ҡоролтайы алдынан башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышын уҙғарып, уға әҙерлек эштәре, июнь айында башҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк V Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләләрен тикшерҙек. Республикабыҙҙың 100 йыллығы һәм алда торған мөһим сараларҙы күҙ уңында тотоп, 2019 йылға ҡоролтайҙың эш планын ҡайтанан ҡарап сыҡтыҡ. Минеңсә, башҡарма комитеттың һәр ағзаһына конкрет эш йөкмәтелергә тейеш, уларҙың һәләтенә, йәмәғәт эшендә әүҙемлегенә нигеҙләнеп тейешле ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Планыбыҙҙа төп иғтибар районда башҡорт милли мәктәптәрен һаҡлап алып ҡалыу, уларҙа уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыу, туған телде тулы кимәлдә уҡытыу, халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен тәрән өйрәнеү өсөн тейешле шарттар булдырыуға бирелә.

- Март аҙағында Өфөлә уҙған “Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек” Халыҡ-ара фәнни форумында ҡатнашыуығыҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙсе.

- Был форумдың исеме есеменә тап килде тип әйтергә мөмкин. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ил төбәктәре, республика райондары һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре менән берлектә үткән ойоштороу кәңәшмәһендә рәйестәрҙең отчеттары тыңланды, V ҡоролтайға әҙерлек, район-ҡалаларҙа ҡоролтайҙар үткәреү, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙей улы Ғәйнуллин, төрлө өлкәләрҙән килгән ҡоролтай рәйестәре, ғалимдар, юристар, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Юғары кимәлдә үткән форум яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Форсаттан файҙаланып, үҙ йәшәйешенә, асылына, киләсәгенә битараф булмаған бар халыҡты 12 апрелдә 15.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында үтәсәк оло йыйынға – район башҡорттары ҡоролтайына саҡырам.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Фаил Һәҙиәт улы. Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.


Читайте нас: