+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 14:32

«Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек»

Күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумы үтте.Мәртәбәле сарала Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙән күренекле ғалимдар булды, донъяның, илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу белгес ҡатнашты.

«Торатау» конгресс-холы майҙанында һәм Башҡорт дәүләт университеты базаһында барған форумда Рәсәй фән әһелдәренең генә түгел, билдәле сит ил ғалимдарының да ҡатнашыуы осраҡлы түгел: Башҡортостандың 100 йыллығы – тотош ил тарихында әһәмиәтле ваҡиға, сөнки тәүге милли автономия төҙөү Рәсәй федерализмының башланғысында тора.

Ғалимдар фекеренсә, Башҡортостан халҡы Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуы менән ғорурлана ала. Артабан тап Башҡортостан тәжрибәһе башҡа милли республикаларҙы ойошторғанда өлгө итеп алына. Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина билдәләүенсә, «Башҡортостан – Рәсәйҙәге беренсе автономиялы республика. Ул илдең федератив ҡоролошона юл асыусы».

Тарихты байҡауға арналған форумда Ҡаҙағстандан килгән билдәле ғалим – Дәүләт тарихы институты директоры, профессор Бөркөтбай Ғилман улы Аяған Башҡортостан тарихына бәйле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Был материалдар Ҡаҙағстан архивтарында табылған. Тарихи документтарҙа милли хәрәкәт лидеры Әхмәтзәки Вәлиди исеме йыш телгә алына.

Фәнни форумда тарихи ретроспективала башҡорт халҡының дәүләт-хоҡуҡи статусы, Совет проекты: милли-дәүләт ҡоролошо тәжрибәһе, СССР халыҡтары яҙмышында индустриаль модернизацияның роле,

XX быуатта Рәсәй халыҡтарының рухи-мәҙәни үҫеше һәм башҡа темалар ҡаралды.

Форум сиктәрендә ойошторолған пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар, фекер алышыуҙарҙа танылған ғалимдар, дәүләт һәм муниципаль власть органдары делегаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе республика тарихын өйрәнеүгә, киләһе быуындарға еткереүгә, бөгөнгөһөн нығытыуға үҙ өлөшөн индергән.

Форум сиктәрендә республиканың район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре һәм Башҡарма комитет ағзалары өсөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек буйынса семинар-кәңәшмә уҙғарылды. Кәңәшмәлә Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та ҡатнашты.

Халыҡ-ара фәнни форумдың «XX быуатта Рәсәй халыҡтарының рухи-мәҙәни үҫеше» секцияһында Жәлил Кейекбаев йорт-музейын уның директоры Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина танытты. «Жәлил Кейекбаевтың ғилми, әҙәби һәм тарихи-мәҙәни мираҫы» темаһына сығыш яһап, автор исеме бөтә донъяға киң билдәле булған башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, яҙыусы, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың ижады менән таныштырҙы.

Фәнни форум – ул фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны. «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара форумының әһәмиәте лә тарихты байҡауҙан, киләсәккә маҡсаттар билдәләүҙән, Башҡортостандың үҫеш стратегияһына тәҡдимдәр ҡабул итеүҙән ғибәрәт ине. Бер быуат тарихлы Башҡортостандың әйтер һүҙе лә, күрһәтер ғәмәлдәре лә бихисап. Республика 100 йыллыҡ йылъяҙмаһын ябып яңы быуатҡа ышаныслы аяҡ баҫа.


Читайте нас: