-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 14:36

Иҡтисадтың торошо эшҡыуарлыҡҡа бәйле

Күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында район эшҡыуарҙарының семинар-кәңәшмәһе үтте. Уны район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов алып барҙы. Сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы” АНО-һының Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге етәксеһе А.Ғ.Хәбибрахманова, “ЭКО-Сити” төбәк операторы ЯСЙ-е генераль директоры урынбаҫары Р.А.Насиров, Федераль һалым инспекцияһының БР буйынса хеҙмәтенең баш белгес-эксперты Э.В.Әхмәтов сығыш яһаны.

Сараны асып, уны алып барыусы ра-йонда был вазифала яңы, бер ай самаһы элек кенә эш башлаған Рәмил Рафаил улы үҙе менән таныштырыуҙан башланы, сағыштырмаса йәш булһа ла кешеләр менән эшләүҙә тәжрибәһе булыуы, ә бизнес өлкәһенең уға ят түгеллеге, 3 йыл эшҡыуарлыҡта эшләп, ярайһы ғына тәжрибә туплауы, һәр кемгә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында бәйән итте. Районда яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, ул урындағы эшҡыуарлыҡ өлкәһе менән ентекле танышырға өлгөргән һәм семинар-кәңәшмә барышында районда бизнес үҫеше динамикаһы хаҡында мәғлүмәткә эйә булыуын күрһәтте, тармаҡтың төп йүнәлештәре менән таныштырҙы.

- Үҙ эшеңде асыу – еңел булмаған, әммә бик мөһим хеҙмәт. Бизнес өҫтәлмә эш урындары булдыра, бюджетҡа һалым түләй, инвестициялар йәлеп итә, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Районда 2018 йыл йомғаҡтары буйынса эшҡыуарлыҡта тауар әйләнеше 1 млрд 700 һум тәшкил иткән, 2017 йыл менән сағыштырғанда 2,4 процентҡа күберәк, - тип башланы үҙ сығышын Рәмил Әхмәтов. - Бөгөнгө көндә районда 559 эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, шул иҫәптән 9 – бәләкәй предприятие, 102 – микропредприятие, 80 – крәҫтиән (фермер) хужалығы, 368 шәхси предприятие иҫәпләнә. Дөйөм алғанда 3000 тирәһе (45,9%) кеше бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Бәләкәй бизнес субъекттары иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәрендә мәшғүл. Иң ҙур предприятие “Красноусол” шифаханаһы, минераль һыу ҡойоу цехтары, икмәк бешереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар “Фомин” предприятиеһы, “Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте һәм башҡа шәхси предприятиеларҙы атарға мөмкин. Эшҡыуарҙарҙың күпселеге, йәғни 39 проценты – күмәртәләп-ваҡлап һатыуҙа, 16 проценты – ауыл хужалығында, халыҡҡа көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙә – 10, төҙөлөштә 6 проценты шөғөлләнә. Туризмға 1 процент тирәһе тура килә. Районыбыҙҙың уникаль тәбиғәте бөтөн Рәсәй буйынса күп туристарҙы йәлеп итеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙә туристик хеҙмәттәр күрһәтеү үҫеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә етерлек булмауы билдәләп үтелде.

Артабан һүҙ БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитетының структур ведомствоһы булып торған Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахмановаға бирелеп, ул йыйылыусыларға Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы үҙ эшен асҡан һәр кемгә, бизнеста финанс һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү йәһәтенән консультация биреп, һәр төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүен билдәләп үтте. Республикала әлеге көндә бизнесты үҫтереү буйынса район-ара үҙәктәр эшләүен, унда ла белгестәрҙән мәғлүмәти ярҙам алыу мөмкинлеге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Айгөл Ғәбит ҡыҙы шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге” эшмәкәрлеге сиктәрендәге яңылыҡтарға туҡталды, уҙғарылған уҡытыу семинарҙары һәм оҫталыҡ дәрестәре, льготалы кредит менән файҙаланыу мөмкинлеге биргән дәүләт ярҙамының өҫтәлмә йүнәлештәре хаҡында ла һөйләп үтте.

Һалым хеҙмәте вәкиле Эдуард Әхмәтовтың сығышы контроль-касса техникаһын ҡулланыу һәм Һалым ҡануниәтендәге яңылыҡтар менән бәйле ҙур килем алмаған бәләкәй бизнес вәкилдәренә лә онлайн-касса ҡулланыу кәрәклеге хаҡында булды.

“ЭКО-Сити” төбәк операторы йәмғиәте вәкиле Роман Насиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Сығыштарҙан һуң, эшҡыуарҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Уларҙың күпселеге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға, был хеҙмәттәргә тарифтар, түләүҙәрҙе иҫәпләү һәм килешеүҙәр төҙөү тәртибе менән бәйле булды. Күптәрҙе борсоған был мәсьәлә уғата мөһим ине, хатта бәхәскә лә әйләнеп китте. Һәр кем өсөн актуаль булған тема - күп аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырған һорауҙарға яуап итеп, Роман Александрович апрелдә Красноусолда өҫтәлмә офис асыласағы хаҡында белдерҙе.

Дөйөм алғанда, семинар-кәңәшмә һәр кем өсөн фәһемле һәм файҙалы булды. Ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.


Читайте нас: